Ташландыҡ ерҙәр хәүефле05.07.2014
Ҡара сиңерткә – ауыл хужалығына иң ҡурҡыныс тыуҙарған бөжәктәрҙең береһе. Уның күпләп таралыуының төп сәбәбе – һуңғы йыл­дарҙа һөрөнтө ерҙәрҙең эшкәртелмәй ятыуы, агро­ланд­шафттың тамырынан үҙгәреүе.


Быйыл 9 майҙа ҡара сиңерткәнең тәүге ҡарышлауыҡ­тары күҙгә салынһа, 24-ендә иһә ҡоротҡостар­ҙың ныҡлап таралыуы билдәле булды. Улар айырыуса Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре менән сиктәш урынлаш­ҡан Урал аръяғы райондарында күпләп осрай.



Вернуться назад