Урмандар яна01.07.2014
Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып Башҡортостанда урман яныуҙың 23 осрағы теркәлгән. 86,33 гектар ер, шул иҫәптән 81,73 гектар урман уттан зыян күргән.


Күптән түгел генә Бөрйән районындағы Яңы Усман ауылынан 30 саҡрым алыҫлыҡта 0,15 гектар майҙанды ут ялмаған. Уның сәбәбе – йәшенле ямғыр, тип хәбәр иттеләр Башҡорт­остан­дың Урман хужалығы министрлығынан. Янғынды һүн­де­реү­гә алты кеше һәм ике берәмек махсус техника йәлеп ител­гән.
Уҙған тәүлектә урман фонды биләмәһендә фажиғәләр теркәлмәгән.



Вернуться назад