Һаҡ булығыҙ, янғын!25.06.2014
Башҡортостан урмандарында уҙған ял көндәрендә өс янғын теркәлгән.


Фажиғәләрҙең береһе Белорет ра­йонындағы Ар ташынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта булған. 0,3 гектар ерҙең яныуында урындағы халыҡ ғәйепле.
22 июндә Йылайыр районындағы Юлдыбай урмансылығында ла янғын сыҡҡан. Уны тәүлек эсендә һүндергәндәр. Фажиғәнең сәбәбе әлегә билдәләнмәгән. Бөрйән районының Бетерә урмансылығындағы янғында иһә 0,6 гектар майҙан зыян күргән. Ут Яңы Усман ауылы эргәһендәге сүплектән урманға күскән.
Республикала быйыл яҙ һәм йәй сыҡҡан 22 янғын һөҙөмтәһендә 86,18 гектар урман тәләфләнгән.




Вернуться назад