Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары сәсеүлектәрен, бесәнлектәрҙе саранча яуы баҫты. Ошо айҡанлы был төбәктәрҙә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.
Бөгөн Баймаҡта 10 мең гектар самаһы майҙан ерҙе саранча ялмап алған. Бер квадрат метрға яҡынса ҡырҡ бөжәк тура килә. Өс мең гектар майҙанда химик эшкәртеү үткәрелгән. Был эшкә өс тиҫтәгә яҡын кеше, туғыҙ берәмек техника йәлеп ителгән.
Әбйәлилдә иһә 20 мең гектарҙан ашыу ерҙе саранча баҫҡан. Улар 700 гектарҙа күп йыллыҡ үләнгә зыян килтергән. Бөгөн ҡоротҡостарға ҡаршы 5,4 мең гектар ер эшкәртелгән.
Рөстәм КИРӘЕВ, “Россельхозцентр” федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Башҡортостан филиалы етәксеһе:– Айырыуса Йылайыр, Хәйбулла, Учалы, Көйөргәҙе райондары баҫыуҙарына ҡурҡыныс янай. Беҙҙең белгестәр 19 июнгә республиканың 25 районында 299 мең 779 гектар майҙанды тикшерҙе. Әлеге көнгә 13 мең 462 гектар ер эшкәртелде. Эҫе көндәр райондарҙың, бөжәктәрҙең йәнә таралыуы көтөлә. Шуға күрә муниципаль райондарҙың ерҙәре айырым иғтибар талап итә.