Йәшел ҡалҡанға хәүеф янай10.06.2014
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ ҡырҡыусылар ҡулынан 1 057 кубометр ағас зыян күргән, тип хәбәр итте республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.


“Урман” операцияһы барышында ҡануниәтте боҙоуҙың 311 осрағы асыҡланған. Зыяндың дөйөм күләме 6,4 миллион һум тәшкил итә. Законһыҙ юл менән әҙерләнгән ағастың иң ҙур күләме Белорет һәм Әбйәлил райондарында теркәлгән: уларҙың һәр ҡайһыһында 150-170 кубометр ағас юҡ ителгән.
— 12 — 31 майҙа республиканың бөтә райондарында “Урман” оператив-иҫкәртеү сараһы икенсегә ойошторолдо, — ти министрлыҡтың төп белгесе Илдар Вәлшиков. — Уның барышында эске эштәр органдары менән берлектә 932 рейд, 518 тикшереү ойошторолдо.
Һөҙөмтәлә административ хоҡуҡ боҙоу тураһында 246 протокол төҙөлгән, шуларҙың 87-һе енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән.




Вернуться назад