Республиканың ҡайһы бер райондарында 2 июнгә тиклем иң юғары — V класлы янғын хәүефе күҙаллана, тип хәбәр итә “Башгидромет”.
Айырыуса Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Федоровка, Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Бәләбәй, Туймазы, Бүздәк, Шишмә, Өфө һәм Яңауыл райондарында был мәсьәлә киҫкен тора.
— Әле Башҡортостандағы урман фонды ерҙәрендә III-IV класлы янғын хәүефе күҙәтелә, иң юғары — V класс бер районда ла теркәлмәгән, — тине Урман хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Данил Әхмәтов.
Урмандарҙа янғын хәүефе айырыуса юғары булған осорҙа көнөнә ике тапҡыр авиапатруль ойошторола. Бынан тыш, урмансылыҡтарҙа, башҡа ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәр тәүлек әйләнәһенә дежурға ҡуйыла.