Осҡондан янғын сығыр24.05.2014
20 май кисендә электр линияһындағы осҡондан Белорет ҡалаһынан өс саҡрым алыҫлыҡтағы урманда янғын сыға. Һөҙөмтәлә 0,2 гектар урман зыян күрә.


Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығындағы диспетчер хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, янғын шул уҡ көндә һүндерелә. Эшкә 11 кеше, биш берәмек махсус техника йәлеп ителә.
1 апрелдән алып 21 майға тиклем республикалағы урман фонды биләмәһендә 12 янғын теркәлгән. Уттан зыян күргән дөйөм майҙан 71,54 гектар тәшкил итә. Ғәҙәттән тыш хәлдең өсәүһенә ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпсе. Ҡалғандары ауыл хужалығы ерҙәрен үртәү, торбанан газ сығыу, йәшен атыу һөҙөмтәһендә сыҡҡан. Биш осраҡта сәбәптәр асыҡланмаған.
Был турала гәзиттең киләһе һандарының береһендә тулыраҡ мәғлүмәт алырһығыҙ.



Вернуться назад