Ауыл халҡын кем ағыулаған?21.05.2014
Шишмә районының Борискин ауылы халҡы ошо көндәрҙә ҙур ҡазаға юлыҡҡан. Гербицид ямғыры арҡаһында емеш-еләк ағастары тулыһынса кибә башлаған, бал ҡорттары күпләп һәләк булған. Бер нисә кешегә медицина ярҙамы талап ителгән.

Ауыл халҡы был бәләлә “Агропромбизнес” ойошмаһын ғәйепле тип бара. Тап ошо көндә яланды самолеттан ағыулағандар. Хужалыҡ етәксеһе иһә ғәйепләү менән килешмәй, бөтә хәүефһеҙлек саралары күрелде, тип бара. Халыҡты иһә район гәзите аша апрелдә үк иҫкәрткән булғандар, тик был мәғлүмәттә эштең ҡасан үтәсәге тураһында бер һүҙ ҙә юҡ.
Белгестәр фекеренсә, “ағыулы” самолет ауылды ике километр алыҫлыҡта урап уҙырға тейеш. Ә ул ни бары биш йөҙ метр арала ғына осҡан.
Әлегә ваҡиғаның аныҡ сәбәптәре билдәләнмәгән, тикшереү бара. Шуға күрә яуаплы кешеләрҙең береһе лә хәлгә аңлатма бирергә ашыҡмай.



Вернуться назад