Дәүләкән районындағы Иҫке Шәрип ауылынан ике саҡрым алыҫлыҡ урынлашҡан Әлшәй урмансылығы биләмәһендә янғын сыҡҡайны. Ул шул көндө үк һүндерелгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе — ауыл хужалығы ерҙәрендәге сүп-сарҙы үртәү. Һөҙөмтәлә 0,84 гектар урман зыян күргән. Утҡа ҡаршы көрәштә 11 кеше, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан, ике берәмек махсус техника йәлеп ителгән.
Быйыл республикалағы тәүге урман янғыны 3 апрелдә теркәлгәйне. “Силәбе — Петровск” газ үткәргесенән “зәңгәр яғыулыҡ” сығыу һөҙөмтәһендә Балаҡатай районындағы урманды ут ялмаған, уны көнөндә үк һүндергәндәр. Уттан 4,7 гектар урман зыян күргән.