Сиренанан ҡурҡмағыҙ09.04.2014
Ташҡынға әҙерлек сараларына ярашлы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһын техник йәһәттән тикшереүҙе ойоштора. 10 апрелдә иртәнге сәғәт 10-дан алып ярты сәғәт буйы сиреналар эшләй.

Телевидение һәм радио каналдары аша “Барығыҙға ла иғтибар! Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы халҡы һәм ҡунаҡтары! Хәбәр итеү системаһын техник тикшереү уҙғарыла! Тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауҙы һорайбыҙ” тигән белдереү тапшырыласаҡ. Һыу кимәле ҡырҡа күтәрелгән осраҡта халыҡты ашығыс эвакуациялау өсөн тап ошондай алымды файҙаланыу күҙаллана.



Вернуться назад