Өфө ташҡынға әҙер09.04.2014
Өфөлә “112” ҡотҡарыу хеҙмәте ташҡынды ҡаршылауға әҙерлек тураһында отчет бирҙе.

Баш ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында хеҙмәт етәксеһе Хәким Ниғәмәтйәнов әйтеүенсә, ҡалалағы уйһыу биләмәләрҙе һыу баҫыуы ихтимал. Ленин һәм Киров райондарында яр буйында урынлашҡан шәхси йорттар халҡын ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 13 пункт әҙерләнгән.
— Ташҡынға ҡаршы комиссия ағзалары кешеләрҙең күсенеүгә ихтыяжын асыҡлау өсөн хәүефле урындағы һәр йортто йөрөп сыҡты. Инвалидтар, йөклө ҡатындар иҫәпкә алынды, уларға дауаханаларҙа урын бүленде, — тине Хәким Ниғәмәтйәнов. — Эсәр һыуға тендер үткәрелде, магазиндарға аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ килтерелә.
Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле 720 сантиметрға етә ҡалһа, баш ҡаланы һыу баҫасаҡ. Әле йылға бөтәһе — 17, уҙған тәүлектә 6 сантиметрға күтәрелгән. Ҡариҙел йылғаһы кимәле барлығы 120 сантиметрға “үҫкән”. Уҙған тәүлектә әллә ни үҙгәреш булмаған.
Ташҡын апрелдең икенсе декадаһында көтөлә. Беҙҙең төбәктә һыу кимәле күтәрелеүҙең иң юғары нөктәһе, ғәҙәттә, май байрамдарына тура килә.



Вернуться назад