Иң ҡоро ай — июнь08.04.2014
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк үҙәге комиссияһы Башҡортостанда үткәргән тикшереү һөҙөмтәһендә республикабыҙҙың янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелгә әҙерлеге раҫланды.

Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан “әҙерлек дәрәжәһе сикле” тигән баһа алғайны. Хәлде төҙәтеү өсөн байтаҡ тырышлыҡ һалынды. Әле асыҡланған ҡайһы бер етешһеҙлектәр төҙәтелә. Республиканың урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре 617 маршрут буйынса биләмәләрҙе күҙәтә. Айырыуса ҡатмарлы участкаларҙа 17 видеокамера ҡуйылған. Оборона министрлығы вәкилдәре лә янғынға ҡаршы әҙерлек саралары ойоштора.
— Күҙаллауҙар буйынса майҙа яуым-төшөм — нормаға ярашлы, ә һауа температураһы юғарыраҡ булмаҡсы. Июндә Волга буйы федераль округына ҡоролоҡ килеүе ихтимал, — тине “Башгидромет” етәксеһе Анна Козаева. — Июль, августа яуым-төшөм күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап киләсәк, сентябрь ярайһы уҡ ҡоро булыр, моғайын. Ғөмүмән, йәй һалҡын тормаясаҡ. Һауа температураһының нормаға яҡын йәки унан юғарыраҡ булыуы көтөлә. Шуға күрә янғын хәүефе лә арта.



Вернуться назад