Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай02.04.2014
Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк үҙәге комиссияһы эшләй. Ул министрлыҡтарҙың, ведомстволар һәм муниципалитеттарҙың янғын йәһәтенән хәүефле осорға әҙерлеген тикшерә.

Республика Хөкүмәтендә үҙәк начальнигы урынбаҫары Андрей Ковтун етәкселегендәге комиссия менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев рәйеслегендәге Ведомство-ара комиссияның берлектәге ултырышы уҙғарылды. Марат Мәһәҙиев бындай сараларҙың мөһимлеген билдәләп, айырым иғтибар бирелергә тейешле ҡайһы бер эштәрҙе һанап үтте. Тәү сиратта был миҙгелгә республиканың урман хужалығы, урманлы төбәктәрҙә урынлашҡан биләмәләр әҙер булырға тейеш, тип белдерҙе вице-премьер.
Тикшереү тамамланғас, комиссия республиканың янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелгә әҙерлек дәрәжәһенә баһа бирәсәк. 4 апрелдә башҡарылған эштәр актына ҡул ҡуйыласаҡ, сараға йомғаҡ яһаласаҡ, тип хәбәр иттеләр Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә.



Вернуться назад