Бәйгегә ҡушылығыҙ14.02.2014
Башҡортостан буйынса федераль почта элемтәһе идаралығы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ярҙамында “Почта менән бергә” тип аталған республика конкурсы үткәрә.
Ижади бәйге почта элемтәһе проблемаларын, тармаҡтағы мәсьәләләрҙе киң мәғлүмәт сараларында тулыраҡ яҡтыртыу, йәштәрҙә ошо өлкә һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында ойошторола.
Сара “Рәсәй почтаһы” хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан уҙғарыла.
Бәйге ике номинацияла – республика, ҡала һәм райондар гәзит-журналдары, шулай уҡ федераль мәғлүмәт сараларының ҡушымталары журналистары һәм телевидение, радио каналдары, Интернет баҫмалары хәбәрселәре араһында үткәрелә.
Конкурсҡа төрлө жанрҙағы эштәр ҡабул ителә. Жюри ҡарамағына һүрәтләмә, репортаж, очерк, мәҡәлә, комментарий һәм интервью тәҡдим итергә мөмкин.
Эштәрҙе баһалағанда мәҡәләләрҙең дөйөм һаны, йөкмәткеһе, дөрөҫ һәм тулы яҡтыртылыуы, теманың әһәмиәте, көнүҙәклеге, аналитикаға ҡоролоуы, һөнәри оҫталыҡ һәм башҡа күрһәткестәр иҫәпкә алына.
Конкурста ҡатнашыусы ижади эше һәм үҙе тураһындағы мәғлүмәтте ойоштороу комитетына 25 июнгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ебәрергә тейеш:
Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 28, 408-се бүлмә. Белешмә өсөн телефон: (347) 273-76-89
(е-mail:kaplina@ ufps.ufanet.ru).

Электрон мәғлүмәт сараларында донъя күргән материалдарҙы аудио- һәм видеотаҫмаларға яҙҙырыу мотлаҡ.
Еңеүселәр дипломдар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә.


Вернуться назад