Ҡыҫҡаса12.02.2014
17 мең 800 һум. Рәсәй артистарының уртаса эш хаҡы былтыр шулай булған. Унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, хеҙмәткә түләү 14 процентҡа артҡан.

***
Рәсәй иќерткес эсемлектәр менән ныҡ мауығыусы илдәр араһында 20-се урынды биләй.

***
Рәсәйҙә егеттәр ялған юл менән армиянан ҡасыу өсөн ниндәй генә аҙымға бармай! Ошо сәбәпле коррупция күләме йылына 5 миллиард һум тәшкил итә.

***
Свердловск өлкәһе губернаторы Евгений Куйвашов фигурист 15 йәшлек Юлия Липницкаяны “Свердловск өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” III дәрәжә наградаһына тәҡдим итте.

***
“Прогресс” йыһан йөк карабын Тымыҡ океанда батырасаҡтар.

***
Архангельск өлкәһе Эске эштәр министрлығының экологик хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы Михаил Новожилов ришүәт биргәндә ҡулға алынған.

***
Чита ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаќары Вячеслав Шуляковский үҙ вазифаһын уќал ниәттә файҙаланыуҙа ғәйепләнә. Уны 2012 йылда етемдәргә фатир өсөн бүленгән 13 миллион һум аҡсаны урлаған тип баралар.

***
Копенгагендағы зоопарк хеҙмәткәрҙәрен жирафты халыҡ алдында үлтергән өсөн яза көтә.

***
Сәйәсмән Геннадий Зюганов Сочиҙағы Олимпия комплексы базаһында “Артек-2” лагеры ойошторорға тәҡдим иткән.

***
АҠШ-тың Вирджиния штаты суды 40 йәшлек Роберт Хоффманды 30 йылға иркенән мәхрүм итте. Роберт 20 йыл самаһы хәрби моряк булараҡ хеҙмәт итә. Ул айырыуса йәшерен документтарҙы үҙҙәрен Рәсәйҙең махсус хеҙмәте вәкилдәре тип алдап таныштырған ФБР агенттарына тапшырырға маташыуҙа ғәйепләнгән.

***
Британия парламенты машинала бала булғанда тәмәке тартыуҙы ҡәтғи тыйҙы.

***
Бер евро 47,38 һумға еткән.


Вернуться назад