Тәҡдимдәр ҡабул ителә12.02.2014
Нефтекама ҡалаһы ҡала округының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһы 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған комиссияның яңы ағзаһын тәғәйенләүгә бәйле кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан һуң 30 көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 250-66-22.


Вернуться назад