Юлдарҙа сикләү индерелә11.02.2014
Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 1—30 апрелдә республиканың төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында ауыр йөк машиналары хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә.

Ошондай уҡ сикләүҙәр йәй осоронда ла ҡарала. Улар, көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан юғарыраҡ булған осраҡта, 1 июндән 31 авгусҡа тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығына ваҡытлыса юл билдәләре ҡуйыуҙы тәьмин итергә ҡушылды. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты махсус рөхсәт ҡағыҙҙары әҙерләй.




Вернуться назад