Хәбәр итеүебеҙсә, 2014 йылдың икенсе яртыһына ла “Башҡортостан”ға яҙылыу хаҡы бер ни ҡәҙәр артасаҡ. Әлбиттә, гәзитте яратып уҡыған, оҙаҡ йылдар тоғролоҡ һаҡлаған дуҫтарыбыҙ хаҡына ҡарап ҡына унан айырылмаҫ. “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан почта элемтәһе идаралығынан: “1 февралдән 31 мартҡа тиклем баҫмаға беренсе ярты йыллыҡтағы хаҡҡа яҙылырға мөмкин”, — тип белдерҙеләр. Ошо форсаттан файҙаланып ҡалырға саҡырабыҙ һеҙҙе, дуҫтар, сөнки алдан яҙылып ҡуйыу күпкә отошлораҡ.
Иғтибарығыҙға һөйөнөслө бер хәбәр ҙә еткерәбеҙ. 2014 йылдың икенсе яртыһына әле үк “Башҡортостан”ға яҙылып ҡуйғандар редакцияға квитанцияһының күсермәһен ебәрһен (яҙылыу көнөн почта мисәтенә ҡарап асыҡлаясаҡбыҙ). Тәүгеләрҙән булып баҫмабыҙға яҙылыу хәстәрен күргән 10 кешене бүләктәр көтә. Ә бүләк алыу, ҙурмы ул йәки бәләкәйме, һәр саҡ күңелле. Кемдәр әлегә ошо хаҡта уйланмаған — ашығығыҙ!
* * *
Һеҙгә үтенесебеҙ ҙә бар. Әлеге көндә “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡымаған күрше-күләнегеҙ, туған-тыумасағыҙ булһа, уларға ошо мәғлүмәтте еткерһәгеҙ ине: февралдең 20-һенә тиклем почта бүлексәһенә барып яҙылһалар, гәзитте 1 марттан ҡулдарына ала башларҙар. Тамсыларҙан диңгеҙ хасил була, гәзит тиражы ла бөртөкләп йыйыла. Киләсәктә лә бер-беребеҙгә терәк-таяныс булайыҡ, дуҫтар!
МӨХӘРРИРИӘТ.