Интернет аша сауҙа итеүҙең үҫешенә бәйле мутлашыуҙың яңы төрө барлыҡҡа килгән. Алдашыу схемаһы түбәндәгесә.Интернет-магазинға заказ биргән кешегә һатыусы тауарҙың ебәрелеүен раҫлаған почта квитанцияһының күсермәһен ебәреп, хаҡ түләүҙе һорай. Билдәле бер ваҡыт үтеү менән әйберен алмаған кеше почта бүлексәһенә ғариза яҙа. Тикшереү барышында квитанцияның ялған булыуы, тауарҙың ебәрелмәүе асыҡлана. Өҫтәүенә, Интернет селтәрендә бындай магазин да булмай сыға. Тимәк, яуаплылыҡҡа тарттырырлыҡ кешене табыу мөмкин түгел. Шуға күрә ышаныслы ойошмаларға ғына заказ бирергә кәңәш ителә. Рәсәйҙәге ҙур магазиндар тауар почта бүлексәһенә килгәс кенә хаҡын түләтә. Интернет-магазиндан квитанция күсермәһе килһә, уның ялған түгеллеген тикшерегеҙ, Рәсәй почтаһы сайтына инеп йәки
8 800 200 58 88 телефоны аша ебәрелгән әйберҙең хәл-торошон күҙәтегеҙ. Операторҙарыбыҙ мотлаҡ ярҙам итер.
“Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан идаралығындағы матбуғат хеҙмәте.