Һаман алданалар10.01.2014
Салауатта полиция хеҙмәткәрҙәре сираттағы мутлыҡ ҡылыусыларҙы эҙләү менән мәшғүл.

Был юлы 20 йәшлек студент һәм 57 йәшлек ҡатын зыян күргән. Байрам осоронда ата-әсәһе янына ҡайтҡан егет уҡыған еренә самолетта юлланырға була. Интернет аша билетҡа заказ бирә. Уның хаҡын — 5 мең һумды — карта ярҙамында түләй. Ләкин маршрут ҡағыҙын ала алмай. Юлға поезд менән сыға. Егеттең әсәһе ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итә.
Ә бына ҡатынды барыһына ла яҡшы схема буйынса алдағандар. Уға картаның ғәмәлдән сығарылыуы тураһында хәбәр килә. Күрһәтелгән телефон буйынса “оператор” менән бәйләнешкә ингән ҡатын уның күрһәтмәләрен үтәп, банкоматҡа юллана һәм алдаҡсыларҙың иҫәбенә 18 мең һум аҡса күсерә.


Вернуться назад