Янғындар күбәйҙе09.01.2014
Һуңғы осорҙа Башҡортостанда янғындар йышайҙы. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы баш идаралығы хәбәр итеүенсә, 6 ғинуарҙа ғына ла ике кеше утта һәләк булған, берәүһе етди зыян күргән.

Фажиғәләрҙең береһе Учалыла теркәлгән. Көндөҙ торлаҡ йортта янғын сыға. Уны һүндереү барышында йорт хужаһының — 1977 йылда тыуған ирҙең — мәйете табыла. Эксперттарҙың фекеренсә, янғын ирҙең иҫерек килеш тәмәке тартыуы арҡаһында сыҡҡан.
Үрге Ҡыйғы ауылындағы утлы фажиғә бер кешенең ғүмерен өҙгән. Ағас йортта киске сәғәт 10-дар тирәһендә янғын сыға. Йорт хужаһы — оло йәштәге ир — һәләк була, хужабикә ауыр хәлдә үҙәк район дауаханаһына оҙатыла.


Вернуться назад