Бар халыҡ тетрәнде...05.01.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Волгоградта тимер юл вокзалындағы террорҙа һәләк булғандарҙың һәм зыян күргәндәрҙең ғаиләләренең, туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
“29 декабрҙә Волгоград ҡалаһындағы вокзалда шартлау тураһындағы хәбәр Башҡортостандың барлыҡ халҡын тетрәндерҙе, күңелдәребеҙҙе ҡайғыға һалды. Зыян күргәндәрҙең ғаиләләренең, туғандары һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ошо матәм көндәрендә һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ”, — тиелә республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Волгоград өлкәһе губернаторы Сергей Боженов исеменә ебәрелгән телеграммаһында.


Вернуться назад