Ергә түккән тир үҫтерер…10.11.2011
Ергә түккән тир үҫтерер…Нуриман районының Иҫке Күл ауылы фермеры Рифҡәт Хәлилов эшҡыуарлыҡ менән күптән шөғөлләнә. Бөгөн ул уңышлы ғына эшләй. Төп кәсебе – малсылыҡ, йылҡысылыҡ һәм игенселек, шулай уҡ таҡта ярыусы ике ҡоролмаһы, ике тиҫтәгә яҡын техникаһы бар.
Шуғалыр бөгөн төбәктә ауыл хужалығы проблемаларын унан да яҡшыраҡ төшөнгән кешене таба алмаҫһың. Райондың баш зоотехнигы, «Урал» колхозы рәйесе вазифаларында эшләгәнендә туплаған тәжрибәһе лә ярҙам итә.
Рифҡәт Хәлилов нигеҙ һалған «Бүләк» крәҫтиән (фермер) хужалығының уңышлы эшләүенең дә сере ошондалыр, моғайын. Банк филиалы етәксеһе булып эшләп алғас, 50 гектар ер алып, көсөн фермерлыҡта һынап ҡарарға тәүәккәлләгән ул заманында. Бөгөн иһә яҡынса 500 гектар көтөүлеге бар, тағы ла 300 гектары ҡуртымға алынған. 350 баш һыйыр малы, 165 баш йылҡы көтә, һарыҡ та үрсетә. «Хәҙер йылҡысылыҡҡа өҫтөнлөк бирәм», – ти фермер. Үҙенең аҙбарында аҫралған ете баш йылҡыны шулай арттыра алған. Киләһе йылға ҡымыҙ етештереүҙе яйға һалырға иҫәбе бар.
– Ә бына һөт етештереү файҙаһыҙ, районда, исмаһам, уны ҡабул итеүсе бер пункт булһасы, – тип әсенә фермер. – Шунлыҡтан районда һыйыр малы ла кәмене, халыҡ үҙенән артып ҡалғанды ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырай.
Өфөнән килеп йыйыусылар булһа ла, улар халыҡтан һөттө ни бары туғыҙ һум менән һатып ала. Фермер фекеренсә, бындай хаҡтар һыйыр аҫрауға киткән сығымды ла ҡапламай. Һарыҡ менән дә шул уҡ хәл. Уның йөнөн килоһын алты һумдан йыялар, халыҡ шуға ла күп осраҡта һатҡанға ҡарағанда сығарып ташлауҙы хуп күрә.
Шуға ла эшҡыуар әлегә ит етештереүгә өҫтөнлөк бирә. Малдарға ферма бинаһы ла артыҡ ҙур кәрәкмәй, мәҫәлән, эшҡыуар йылҡыларын һыуыҡта ла ялан кәртәлә тота.
Элегерәк колхоз ҡарамағында биш меңгә яҡын гектар баҫыу булды, тип хәтерләй фермер. Әлбиттә, хәҙер һөрөнтө ерҙәр һиҙелерлек кәмегән. Рифҡәт Тимер улы үҙе быйыл 500 гектарҙан ашыу ергә иген сәскән. Аллаға шөкөр, былтырғы кеүек ҡоролоҡ эҙемтәләре менән көрәшергә тура килмәгән, әммә уңышты ваҡытында йыйып алырға ла кәрәк бит. Фермерҙың үҙенең комбайны булмауы, “Шишмә” МТС-ынан ярҙамдың ваҡытында килеп етмәүе бәкәлгә һуҡҡан – ямғырҙар йышайғас, 150 гектар ерҙә иген йыйылмай ҡалған. Ә орлоҡтоң һәр килоһы хужа тарафынан 15 һумға һатып алынған булған…
– Бойҙайҙың йыйылғанын ҡабул итмәй аптыраттылар, ярай, бер өлөшөн Шишмә элеваторына тапшырып өлгөрҙөм. Ҡороһон алалар, әммә уныһын бит мин үҙемдә лә һаҡлай алам, – фермерҙы әрнеткәне ошо. – Бөгөн еүешен әйләндереп торған булабыҙ, әммә күбеһе янып әрәм булды инде…
Ауыл хужалығы мәсьәләләрен эшҡыуар төптән белә. Эш хаҡының түбән булыуы кадрҙарҙың ауылдан китеүенә килтерә, ти ул. Механизаторҙар ҡалмаған тиерлек, элек уҡыусылар мәктәптән тракторсы танытмаһы алып сыҡһа — бөгөн был да юҡ. Ә булғандарын ҡалаға, Себер тарафтарына алып китеп бөткәндәр. «Урында эшсе ҡулдар етмәгәс, фермерҙарҙың эштәре артыҡ маҡтанырлыҡ түгел», – тине ул. Бөгөн Рифҡәт Хәлиловтың үҙендә унлаған кеше эш урыны тапҡан.
Был проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡайҙа? Шул һорауҙы бирҙек эшҡыуарға. Уның фекеренсә, йәштәрҙе ауылға йәлеп итеү, фермерҙар һанын арттырыу өсөн техника алыу, мал үрсетеүгә өҫтәмә мөмкинлектәр тыуҙырыу кәрәк. Районда МТС булдырыу шарт. Бөгөн дәүләт ярҙамы тап етештереүсе мәнфәғәтен яҡларға тейеш, ә бер урындан осһоҙға алып, икенсе урында ҡиммәткә һатыусы алыпһатарҙыҡын түгел, тип иҫәпләй фермер. Ярҙамһыҙ бер ниндәй эшҡыуар ҙа үҙе генә ферма төҙөп ултырта алмай.
Дәүләт хәстәрлеге ниндәй булырға тейеш һуң? Эшҡыуар фекеренсә, ярҙам – ул бушҡа аҡса таратыу ғына түгел, ә дәүләттең гарантияһы. Шул мәлдә фермер ҙа аяғында ышаныслыраҡ торасаҡ, ауыл халҡы ла эшһеҙ яфаланмаясаҡ.
Бөгөн Хәлиловтарҙы эшҡыуарҙар ғаиләһе тип атаһаҡ, яңылыш булмаҫ. Рифҡәт Тимер улының тормош иптәше Гөлфирә Йосоп ҡыҙы ғүмер баҡый фельдшер булып эшләгән, пенсияға сыҡҡандан һуң эшҡыуарлыҡҡа тотонған. Әлеге көндә өс магазины бар. Өс ул тәрбиәләп, башлы-күҙле иткәндәр, хәҙер олатай менән өләсәй булғандар инде. Кинйәләре лә атай юлын ҡыуа – төҙөлөш өлкәһендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Ҡаршылыҡтарға, ҡатмарлылыҡтарға ҡарамай, киләсәккә ышаныс һәм өмөт менән йәшәй эшҡыуар Рифҡәт Хәлилов. Шунһыҙ булмай.

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Нуриман районы.


Вернуться назад