Телдәрҙе һаҡлау
һәм үҫтереү маҡсатында
Республика Хөкүмәте “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын раҫланы.
Документ төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы Мәҙәниәт министрлығы тарафынан эшләнде. Етәксенең тағы ла бер Указы менән республиканың дәүләт телдәрен һәм төбәк халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар булдырылғайны.
Әлеге программаның төп бурысы – рус, башҡорт һәм республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, шул иҫәптән төрлө өлкәләрҙә уларҙы файҙаланыуҙы киңәйтеү, халыҡта телде белеү кимәлен күтәреү, йәштәр араһында туған телдәрҙе популярлаштырыу.
Был бурыстарҙы фәнни-белем биреү һәм мәҙәниәт-мәғрифәт йүнәлешендәге саралар иҫәбенә тормошҡа ашырыу күҙаллана. “Рус теле”, “Башҡорт теле” һәм “Туған телдәр” кеүек өс ярҙамсы программала Мәғариф, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡортостан Фәндәр академияһы, республиканың Мәғарифты үҫтереү институты ҡатнашлығында 50-гә яҡын сараны ғәмәлгә ашырыу, мәғлүмәт һәм һанлы технологияларҙы киң файҙаланыу ҡарала.
Һәр объектҡа – яуаплы кеше
Республика Хөкүмәтендә Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата һалынған юбилей объекттарына контроллек итеү буйынса йөкләмәләрҙең бүленеше асыҡланды. Был турала оператив кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов хәбәр итте.
– Ҡарар ҡабул ителде. Төҙөлөшө 1 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән объекттар – Премьер-министр урынбаҫарҙарына, 300-500 миллион һумдан ҡиммәтерәктәре министрҙарға беркетелде, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Ошо кимәлдән түбәнерәк булған объекттар – министр урынбаҫарҙарына, муниципалитеттар аша төҙөлгәндәре иһә ҡала, район башлыҡтарына нығытыла.
Уҙған аҙнала Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса Республика ойоштороу комитеты ултырышында төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов юбилей объекттарын ваҡытында сафҡа индереүҙе тәьмин итеү маҡсатында уларҙы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙарына, министрҙарға беркетергә тәҡдим иткәйне.
– Әле 50-гә яҡын объект теге йәки был төҙөлөш стадияһында, – тине республика етәксеһе. – Эш барышын контролдә тотоу һәм ваҡытында файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында уларҙың иң мөһимдәрен Премьер-министр урынбаҫарҙарына, Хөкүмәт ағзаларына беркетергә тәҡдим итәм.
Константин Толкачев:
“Әлеге пенсия күләме
берәүҙе лә ҡәнәғәтләндермәй”
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһында үткән пенсия системаһын камиллаштырыу буйынса парламент-йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашты.
– Әлеге пенсия күләменән берәү ҙә ҡәнәғәт түгел. Пенсияның инфляциянан йылдамыраҡ үҫешен тәьмин итеп, уны эш хаҡының 40 процентына тиклем еткереү мөмкинлеген биргән ҡарар кәрәк. Пенсия системаһын камиллаштырыу хаҡлы ялдағыларҙың социаль статусын күтәреүгә йүнәлтелергә тейеш, – тине Константин Толкачев. – Башҡортостанда депутаттар ошо мәсьәлә буйынса халыҡ менән байтаҡ осрашыу үткәрҙе, ҙур предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтары менән аралашты. Республика халҡынан пенсия системаһы тураһында закон проектын тулыландырыуға йүнәлтелгән байтаҡ тәҡдим килде.
Төп байлыҡты хәстәрләп
Башҡортостанда балалар медицина учреждениеларын төҙөү һәм ремонтлау дауам итә. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров ошо турала белдерҙе.
Быйыл Үрге Йәркәй ауылында сменаһына 250 кешене ҡабул итерлек поликлиника төҙөлөшө тамамлана. Уның составында балалар поликлиникаһы ла буласаҡ.
“Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” проекты нигеҙендә Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында ла ошондай уҡ поликлиникалар һалына. Бынан тыш, Бөрөлә бер сменала 200 сабыйҙы ҡабул итерлек балалар поликлиникаһы, 400 кешене тикшереү мөмкинлеге биргән өлкәндәр поликлиникаһы проекты эшләнә башланы. Балалар учреждениеларын капиталь төҙөкләндереүгә 369 миллион һум йүнәлтелгән. Ремонт 11 учреждениела яһаласаҡ.
Һайлауға – операторҙар
Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын уңышлы файҙаланыуҙы тәьмин итеү маҡсатында 1 600-ҙән ашыу оператор әҙерләнә. Улар участка комиссиялары ағзалары иҫәбенән билдәләнде.
Операторҙар өсөн уҡыу 4 августан ойошторолдо. Белемдәрен камиллаштырғандан һуң уларға таныҡлыҡ тапшырыла.
Хәбәр ителеүенсә, киләһе һайлауға 811 участка (23,92%) бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары менән йыһазландырыла. Уларҙа халыҡтың 49,52 проценты һайлаусылар исемлегенә индерелә.
Йәнә йылы көтөлә
Сентябрҙә Рәсәйҙең ҙур өлөшөндә һауа торошо нормаға яҡын һәм унан бер аҙ юғарыраҡ булмаҡсы.
Көньяҡ Уралда көндәрҙең бер аҙ һалҡын тороуы күҙаллана. Урал федераль округында һәм Себерҙең бер өлөшөндә көҙҙөң тәүге айы норма сиктәрендә буласаҡ, тип фаразлана.
Бөгөн иһә Башҡортостанға йәйге йылы кире ҡайта. Төндә һауа температураһының – 15, көндөҙ 28 градусҡа тиклем йылыныуы көтөлә.
“Өфө”ләргә өмөт ҙур
Башҡортостан етәкселеге “Өфө” футбол клубының Европа лигаһы плей-оффында уңышлы сығыш яһауына иҫәп тота. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе.
– Беҙ лайыҡлы сығыш яһарға тейешбеҙ. Командабыҙға булышлыҡ итеү шарт. Әүәлге раундтарҙа күрһәтелгән теләктәшлек беҙҙең клубҡа сығышты уңышлы дауам итеү мөмкинлеген бирҙе, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Был клубҡа ла, республикабыҙ өсөн дә бик мөһим – донъяның киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостанға һылтанмалар һаны ҡырҡа арта. Баш ҡалабыҙ, төбәгебеҙ танылыу яулай, шуға күрә был мөмкинлекте файҙаланыу зарур.
Европа лигаһының плей-оффында тәүге матчты Сергей Томаров командаһы 23 августа Шотландияның “Рейнджерс”ы менән үткәрә. 30 августа Стивен Джеррард командаһы Башҡортостандың баш ҡалаһына яуап матчына киләсәк.
Әҙерлек ниндәй кимәлдә?
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Социаль бәхәстәр мониторингы” федераль проекты нигеҙендә белем усаҡтарында яңы уҡыу йылына әҙерлек тикшерелә. Бер төркөм күҙәтеүселәр баш ҡаланың Киров районындағы мәғариф учреждениеларында булды.
Мониторинг исемлегенә биләмәне төҙөкләндереү буйынса төрлө кимәлдәге бәйгеләр призеры булған 16-сы гимназия эләкте. Бында дәрестәр барышында балаларҙың именлеген тәьмин итеү өсөн бөтә саралар ойошторолған. Биләмәлә видеокүҙәтеү системаһы эшләй. Былтыр ишек эргәһендә электрон пропуск системаһы һәм ата-әсәгә смс-хәбәр ебәреү ҡулайламаһы менән йыһазландырылған турникеттар барлыҡҡа килгән. Элгәре йыл иһә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектына ярашлы мәктәп ихатаһында заманса спорт майҙансығы асылған.
Ҙур булмаған етешһеҙлектәр бар, әлбиттә. Ҡайһы бер урындарҙа бордюрҙарҙы яңыртырға, инвалидтар өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк. Был мәсьәләләр яҡын арала яйға һалынасаҡ. Дөйөм алғанда, мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер.
Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында ыңғай күренештәр байтаҡ. Шул уҡ ваҡытта мәктәп директоры Гөлназ Әхмәҙиева комиссияға ата-әсәләрҙе лә, уҡытыусыларҙы ла борсоған проблема менән дә мөрәжәғәт итте. Учреждение эргәһенән генә квартал юлы үтә. Йыл һайын был участкала балалар ҡатнашлығында юл һәләкәте булып тора. Ошоға бәйле билдәле бер сәғәттәрҙә машиналарҙың бер йүнәлешле хәрәкәтен ғәмәлгә индереү зарурлығы бар. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эдуард Сәйетбатталов мәсьәләне шәхсән контролдә тоторға вәғәҙә бирҙе.
Мониторинг нигеҙендәге тикшереү саралары ошо көндәрҙә Өфөнөң Ленин районында ла уҙғарылды. Комиссия белем усаҡтары биләмәләрен тикшерҙе, биналар эсендәге ремонтҡа анализ яһаны. Балаларҙың хәүефһеҙлегенә ҡағылған мәсьәләләргә, сауҙа нормалары үтәлешенә, йәйәүлеләр юлдарына, светофорҙарға айырым иғтибар бирелде.
Тәҡдим индерелде
“Берҙәм Рәсәй” ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 37, ир-егеттәр өсөн 42 йылға тиклем кәметергә тәҡдим итте. Партия Генераль советының һәм фракция етәкселәре советының берлектәге ултырышында ошондай фекер яңғыраны.
“Кеше 20-21 йәштә эш башлап, 45 йыл дауамында хеҙмәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнһә лә, хаҡлы ялға ваҡытынан алда сыға алмай. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар был күрһәткесте ҡатын-ҡыҙҙарға – 37 һәм көслө заттарға 42 йылға тиклем кәметеүҙе һорай”, – тип белдерҙеләр партияла.
Улар әйтеүенсә, әлеге закон проектында 40 йыл эшләгән гүзәл заттарға, 45 йыл хеҙмәт күрһәткән ир-егеттәргә ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы бирелә.
“Таланттар бродвейы”
ҡанат нығыта
Октябрьский ҡалаһында халыҡтың яратҡан тамашаһына әүерелгән “Таланттар бродвейы” өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Проект Йәштәр советы тарафынан тормошҡа ашырылған.
– Беҙ халыҡтың ял итеүе, ижади башланғыстарҙы сағылдырыу өсөн майҙансыҡ асырға теләнек. Сәләмәт тормошто ошо рәүешле пропагандалау ниәте менән яндыҡ. Кистәрен иҫерткес эсемлектәр менән мауығыу урынына кешеләр үҙҙәренең рухи-ижади үҫешен хәстәрләһен ине. “Таланттар бродвейы” – Мәскәү Арбатына йәки Ҡазандағы Бауман урамына оҡшаш проект, – тине Йәштәр советы рәйесе урынбаҫары Олег Чирков.
Сарала ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта, ижад йүнәлештәре киңәйә, төрләнә. Быйыл 40 ҡатнашыусы үҙ һәләтен күрһәтте. Улар араһында музыканттар, вокалсылар, бейеүселәр бар ине. Балалар менән аниматорҙар эшләне, ҡом һәм акварель менән һүрәт төшөрөү, моториканы үҫтереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Муниципалитет хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ҡулдан эшләнгән үҙенсәлекле әйберҙәрҙе ҡарарға, хатта һатып алырға мөмкин.
– Беҙҙең тәҡдимде хуплап, байрамды ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Сарала ҡайһы берәүҙәр даими ҡатнаша, әле генә асылған таланттар ҙа етерлек. Проектты тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итергә ниәтләйбеҙ, – тине Йәштәр советы вәкилдәре.
Командаға – яңы көс
Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһына (20 йәшкә тиклемгеләр) “Салауат Юлаев” хоккей клубы системаһынан дүрт уйынсы: ҡапҡасы Даниил Тарасов, һаҡсылар Александр Лязов, Марк Рубинчик һәм һөжүмсе Павел Шэн саҡырылды.
“Салауат Юлаев” хоккей клубының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, 16-21 августа “Новогорск” үҙәге нигеҙендә Рәсәйҙең йәштәр командаһы уҡыу-күнекмә йыйыны үткәрәсәк. Унан һуң Валерий Брагин етәкселегендәге тренерҙар штабы 24-26 августа Швецияла уҙғарылған Дүрт милләт турнирында ҡатнашыусыларҙы асыҡлаясаҡ.
Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йәштәр йыйылма командаһына Өфөнөң “Ағиҙел”енән өс хоккейсы: Полина Лучникова, Ирина Маркова һәм Алина Нарудинова саҡырылған. Команданың матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ҡыҙҙар 14-21 августа уҡыу-күнекмә йыйынында ҡатнашҡас Швейцарияға “Еврохоккейтур”ына юлланасаҡ.
Ғәйеплеләргә – яза
Стәрлетамаҡта “Булышлыҡ” (“Содействие”) реабилитация үҙәгендә сыҡҡан янғынға бәйле ҡуҙғатылған эш буйынса ғәйеплегә хөкөм ҡарары сығарылды. Фажиғә 2016 йылдың мартында булғайны.
Үҙәктә дауаланған пациенттарҙы, ҡасып сыҡмаһындар өсөн, төндә бикләп тоталар. Тәҙрәләргә рәшәткәләр ҡуйылған була. Янғын сыҡҡан бинанан кешеләр ҡотола алмай. Ун ир һәм ике ҡатын газ менән ағыуланып һәләк була.
Фажиғәлә үҙәкте ойоштороусыларҙың береһе ғәйепләнә. Уны туғыҙ йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарылды.