“Лада Приора”
хушлашты
“Лада Приора”ның һуңғы кузовын 13 июлдә йыйҙылар. Ә 22 июлдән был төр машинаны эшләү туҡтатылды.
Автомобилде сығарыу теүәл 11 йыл элек башланғайны: завод яңы өлгө тәҡдим итте, ысынбарлыҡта иһә конвейерҙан “десятка”ның яҡшыртылған варианты сыҡты. Ә “ВАЗ-2110”, мәғлүм булыуынса, 1995 йылдан йыйыла ине.
Әйткәндәй, “Лада Приора”ны халыҡ ярата. Бының сәбәптәренең береһе – хаҡы ҡыйбат түгел: 425 мең һумдан башлана.
Йәштәр ни эшләй?
Илдә эшһеҙҙәрҙең яртыһын тиерлек 20 – 34 йәшлек граждандар тәшкил итә. Был – дөйөм күрһәткестең 48,7 проценты.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы эшһеҙлек буйынса пособиены йәшәү минимумы күләменә тиңләргә тәҡдим итте. Әле был түләү 850 – 4900 һум. Ә хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы 11 мең 163 һум тәшкил итә.
Газ –
Көньяҡ Кореяға
Көньяҡ Корея Рәсәйҙән “зәңгәр яғыулыҡ” алырға теләй. Был уларҙың иҡтисади йәһәттән ЕС илдәре менән конкуренцияға һәләтлелеген арттырасаҡ.
Рәсәй менән Көньяҡ Корея араһында газ үткәргес һуҙыу илдең быға тиклемге президенты Ким Дэ Чжун йылдарында тәүге тапҡыр өйрәнелгәйне. Әммә был ниәткә Пхеньяндың сәйәсәте ҡамасауланы. Һуңғы йылдарҙа иһә күп нәмә үҙгәрҙе. Ким Чен Ын АҠШ менән яҡынайыуға ынтылды, Корея ярымутрауындағы ҡырҡыу хәл йомшарҙы – был үҙ сиратында газ үткәргес һуҙыу проектын тормошҡа ашырыуға этәргес бирҙе.
Был мәсьәләгә шикләнеп ҡарағандар ҙа аҙ түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Көньяҡ Кореяның әлеге президенты Мун Чжо Ин күптән түгел Мәскәүгә килгәнендә Рәсәй етәкселеге менән газ үткәргес төҙөү нескәлектәре хаҡында фекер алышты.
Хаҡтар артты
Дәүләт Думаһы электрон документтарға дәүләт пошлинаһын арттырыу хаҡында законды өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.
Һөҙөмтәлә, мәҫәлән, яңы төрҙәге сит ил паспорты өсөн 3,5 мең һумлыҡ түләү 5 меңгә күтәрелде. Ә 14 йәшкә тиклемгеләр өсөн бындай документҡа дәүләт пошлинаһы хәҙер – 2,5 мең һум. Водитель танытмаһы өсөн хаҡ – өс меңгә, транспорт сараһын теркәү хаҡындағы документ 1500 һумға етте.
Дәүләт пошлинаһының артыу сәбәбе мәғлүмәттәрҙең электрон вариантын булдырыу һәм һаҡлау бурысы менән аңлатыла. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре граждандарға бындай документтар тапшырыуға киткән сығым 44,2 миллиард һум тирәһе тип билдәләй. Дәүләт пошлинаһын арттырыу ҡаҙнаға өҫтәмә керем алыу мөмкинлеген бирәсәк.
Ялған аҡса түгелме?
Быйылғы тәүге ярты йыллыҡта республика банктарында 92 ялған банкнота табылған – күрһәткес былтырғынан 23 процентҡа аҙыраҡ.
Биш меңлек купюралар иҫәбенә барлыҡ ялғандың – 77, бер меңлектәргә 20 проценты тура килгән. Яңы 200 һәм 2000 һумлыҡтар әйләнешкә ингәндән алып ике яһалма осраҡ асыҡланған. Улар ябай юл менән эшләнгән.
Әйткәндәй, “Рәсәй банкы” “Рәсәй банкы банкноталары” тигән мобиль ҡушымта сығарған. Яңы сервис купюраның сығарылған йылын, хаҡын билдәләй ала, уны интерактив формала һаҡлау ысулдарын күрһәтә һәм башҡа ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә. Бының өсөн аҡсаны телефондың камераһына күрһәтергә һәм ҡушымталағы кәрәкле функцияға баҫырға кәрәк. Бирелгән мәғлүмәтте күреү генә түгел, ҡуйылған тауыш ярҙамында ишетергә лә мөмкин.
Һандар телендә
Башҡортостанда тәүге ярты йыллыҡта тауар әйләнеше 999 миллион долларҙан күберәк тәшкил иткән.
Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, күрһәткес 20 процентҡа артҡан. Республиканың 416 предприятиеһы сит илгә 846,7 миллион долларлыҡ тауар оҙатҡан. Әле республикабыҙ донъяның туҡһан иле менән хеҙмәттәшлек итә. Беҙҙең тауар башлыса Ҡытай, Һиндостан, Финляндия, Нидерланд, Төркиәгә оҙатыла, ә үҙебеҙ Германия, Ҡытай, Словакия, Италия, АҠШ-тан импорт әйберҙәр алабыҙ.
Бразилия Рәсәй бойҙайын һорай
Рәсәй бойҙайы донъяла таралыуын дауам итә. Һуңғы ваҡытта Бразилия ла беҙгә иғтибар йүнәлтте: ундағы өс он эшкәртеү заводы илебеҙҙән 25 мең тонна бойҙай һатып алды.
Әлбиттә, быны күп тип әйтеп булмай, шулай ҙа тәүге аҙым яһалды. Бразилия етәкселеге киләсәктә ике аралағы бәйләнештең тағы ла нығынасағына ышандыра. Сәбәбе лә бар: был илдә бойҙай уңышы былтыр 4,3 миллион тоннаға тиклем төштө (6,7 миллион тонна ине). Тимәк, быйыл импортҡа иген алыу күләме, һис шикһеҙ, артасаҡ.
Ошондай хәл былтыр декабрҙә Рәсәй бойҙайына сикләүҙе алып ташларға мәжбүр итте, ә быйыл яҙ уға талаптар йомшартылды. Шулай ҙа әлегә иген ебәреүҙә етди ҡаршылыҡтар бар. Мәҫәлән, МЕРКОСУР сауҙа иҡтисади берләшмәһенә инмәгән илдәрҙән бойҙай алғанда Бразилияла ун процент пошлина тотола. Шулай ҙа был сикләүҙе тулыһынса йырып сығырға мөмкин, сөнки игендең хаҡы һәм сифаты буйынса донъя баҙарында Рәсәйгә конкуренттар юҡ.
Йыуынырға ла була
2025 йылдан “Рәсәй тимер юлдары” компанияһы плацкарт вагондарҙы һатып алыуҙы туҡтатасаҡ. Уларға алмашҡа бер һәм ике ҡатлы яңылары барлыҡҡа киләсәк.
Яңы өлгөләр киләһе йыл көтөлә. 2019 йылдың уртаһына улар һынау үтеп, тимер юлдарында файҙаланыу өсөн сертификат алырға тейеш. Вагонды “Трансмашхолдинг” компанияһы эшләй. Заманса йыһазландырылған вагонда багаж ҡуйыу бүлмәләре, душ кабинаһы буласаҡ.
Әлегә 12,5 йылдан ашыуыраҡ тотонолғандарҙы үҙгәртеп ҡороп, уларҙа ҡоролмалар, интерьер яңыртыласаҡ. Әйткәндәй, тауыштан һаҡланыу йәһәтенән яңы вагондар күпкә ҡулайлы буласаҡ, йоҡо кәштәләренең киңлеге, класына ҡарап, ун һәм 20 сантиметрға тиклем ҙурайтыла.
Байрам яратабыҙмы?
Йыш ҡына, Рәсәй халҡы эшләмәй, календарь шау байрамдарҙан тора, тиергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Баҡтиһәң, был һис тә ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Мәҫәлән, беҙ немецтарҙан һәм американдарҙан күберәк тир түгәбеҙ икән.
Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы төрлө илдәрҙең халҡы күпме сәғәт эшләүен иҫәпләгән. Был исемлектә Рәсәй бишенсе урынды яулаған (йылына – 1980 эш сәғәте). Ә АҠШ-та был күрһәткес – 1780, Германияла – 1356.
Эшләүен эшләйбеҙ ҙә ул, тик матди яҡтан ауырлыҡ кисергәндәр байтаҡ. Белгестәр бының сәбәбен хеҙмәт етештереүсәнлегендә күрә. Рәсәй кешеһе бер сәғәттә 27,3 доллар эске тулайым продуктын бирә. Былтыр илдең Премьер-министры Дмитрий Медведев хеҙмәт етештереүсәнлегенең түбәнлеген беҙҙә конкуренция аҙлығы һәм технологик яҡтан артта ҡалғанлыҡ менән аңлатты.
Заман талабы
Күптән түгел Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры илдә өс-биш целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты төҙөләсәген белдерҙе. “Эштә иң яҡшы заманса технологиялар ҡулланыласаҡ, предприятиелар экологик яҡтан таҙа, иҡтисади йәһәттән файҙалы буласаҡ”, – тине “Бумпром” ассоциацияһы идаралығы рәйесе Юрий Лахтиков.
Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙә донъялағы ағас запасының 22 проценты һәм целлюлоза-ҡағыҙ продукцияһы баҙары бер проценттан да аҙыраҡ. Ҡыйбатлы ҡағыҙ изделиеларын беҙ ситтән ташыйбыҙ. Мәҫәлән, санитар-гигиена әйберҙәрен, төрөү материалдарын, обойҙарҙы. Маҡсат — уларҙы үҙебеҙҙә етештереү. Ә бының өсөн юғары технологиялы целлюлоза һәм сифатлы тауарҙар етештергән комбинаттарҙың ҡеүәтен арттырыу кәрәк.
Ошо маҡсаттан Волгоград өлкәһендә – бер, Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта икешәр комбинат төҙөү күҙаллана.
Тутыйғоштар – Үзбәкстандан
2016 йылдан Рәсәйгә килтерелгән тутыйғоштарҙың күпселегенең Үзбәкстанда үҫтерелеүе асыҡланған.
Мәғлүмәттәр буйынса, былтыр илебеҙгә 17 меңдән ашыу ошондай ҡош килтерелгән. Уларҙың 78,3 проценты Үзбәкстандан булһа, ҡалғаны – Суринамдан. Күптән түгел генә беҙҙең илдәге тутыйғоштар баҙары төрлөсә ине. Суринам уларҙың 42,6 процентын ташыһа, Гвинея – 19,7, Конго Республикаһы – 12,3, Соломонов утрауҙары 9,8 проценты менән тәьмин итте. Хәҙер Рәсәй өсөн экзотик ҡоштарҙың барыһын да тиерлек Үзбәкстан үҫтерә.
Белгестәр иҫәпләүенсә, тутыйғош бизнесы үтә табышлы. Был ҡоштарҙың хаҡы Үзбәкстанда Рәсәйҙәгегә ҡарағанда түбәнерәк. Мәҫәлән, Ташкентта аталы-инәле кореллаларҙы Мәскәүҙәге бер ҡош хаҡына алырға мөмкин. Тулҡынлы тутыйғоштар ҙа Үзбәкстанда ике тапҡыр арзаныраҡ. Һөҙөмтәлә кәсепселәр ҙур файҙа ала. Әйткәндәй, Рәсәйгә килтерелгән декоратив ҡоштар һәм хайуандар “Россельхознадзор” күҙәтеүе аша үтә, мотлаҡ декларация талап ителә.
Һаҡсыллыҡ – муллыҡ нигеҙе
Бер нисә компьютер, һыуытҡыс эшләй, лампочкалар яна. Өйҙә берәү ҙә телевизор янында ултырмай, ә ул ҡабыҙылған килеш тора. Ана шулай көндәлек тормошта кәрәкһеҙгә ут яндырыуҙан шаҡтай аҡсаны елгә осорабыҙ. “Шунан ғына күпме сығым инде?” тип уйлаһаҡ та, сумма айына апаруҡ йыйыла.
Ә бит һәр ғәмәлде урын-еренә еткереп үтәү, утты сыҡҡан саҡта һүндерергә онотмау – аҡсаны экономиялауҙың иң ябай алымы. Белгестәр әйтеүенсә, фатирҙа буш бүлмәләрҙе яҡтыртыуға киткән сығым 30 процентҡа тиклем етә. Тап шуға ла “Сыҡҡанда утты һүндерегеҙ” тигән лозунг көнүҙәклеген юғалтмай.
Икенсенән, лампаларҙы энергия һаҡлай торғандарына алмаштырырға кәрәк. Дөрөҫ, улар ҡыйбатыраҡ, шул уҡ ваҡытта ҡулланыу ваҡыты алты-ете тапҡырға оҙағыраҡ һәм энергияны өс тапҡырға кәмерәк “ашай”.
Өсөнсөнән, счетчикты ике йәки өс тарифлыға алмаштырыу мөмкинлеге бар. Ул саҡта төндә файҙаланылған электр энергияһының хаҡын кәметә алаһығыҙ. Әгәр ғаиләгеҙ ҙур, керегеҙ күп икән, айырыуса ҡулайлы – экономия һиҙелерлек буласаҡ. Әйберҙәрҙе аҙлап йыумай, машинаны тулыһынса “эшкә егергә” тырышырға кәрәк. Саң һурҙырғысты йышыраҡ таҙартырға кәрәк, юғиһә тулған аппарат утты саманан тыш күп “ашай”.
Дүртенсенән, фатирҙағы бүлмәләрҙе яҡтыртыуға иғтибар бирегеҙ. Мәҫәлән, энергия һаҡлаусы лампочкалар торғанда ҙур люстра кәрәкме? Был осраҡта торшер, өҫтәл лампаһы йәки бәләкәй шәмдәл ҡулайлы булыр.
Бишенсенән, ҡайһы бер приборҙар “көтөү режимы”нда торған саҡта ла электрҙы “һура”: был – компьютер, монитор, колонка, телефондарҙың, зарядкаһы тулһа ла, штекеры розетканан алынмауы.
Алтынсынан, көнкүреш техникаһы алғанда энергия ҡулланыу класына иғтибар итергә кәрәк. “А” тамғалыһы – приборҙар араһында иң экономиялы. “G” иһә күп “ашай”.
Газ плитәһе мультиваркаға ҡарағанда экономиялыраҡ. Бәйләнеш сараларына килгәндә, мәғлүм булыуынса, хәҙер бөтөн кеше тиерлек кеҫә телефонын ҡуллана, шул уҡ ваҡытта арабыҙҙа радиотелефонға өҫтөнлөк биргәндәр ҙә бар, әммә ул электрҙы күп һөйрәй. Сәйҙе электр сәйнүгендә түгел, ә газ плитәһендә ҡайнатыу күпкә арзанға төшә.
Һаҡсыллыҡ – муллыҡ нигеҙе. Һәр нәмәгә иғтибарлы булғанда, байтаҡ аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкин.
Пальтоға ла тамға кәрәк
Быйыл ноябрҙә кейемдәрҙе, түшәк кәрәк-ярағын маркировкалауға техник әҙерлек башлана. Декабрҙән иһә баҙарҙа ҡатнашыусылар үҙ ирке менән был тәжрибәгә тотонорға әҙер.
Йыл аҙағынан трикотаж блузкаларҙа, пальтоларҙа, плащ-курткаларҙа, ашхана, бәҙрәф тауарҙары этикеткаларында махсус чиптар барлыҡҡа киләсәк. Ә 2019 йылдың декабрендә был тауарҙар мотлаҡ маркировкаланырға тейеш.
Был ни өсөн кәрәк һуң? Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында белдереүҙәренсә, еңел сәнәғәт баҙары – мутлашыусылар өсөн иң ҡулайлы тармаҡ. Тауарҙарҙың 30 – 70 процент тирәһе йәшерен юл менән етештерелә. Был йәһәттән хатта аныҡ һандар ҙа юҡ.
“Федераль таможня хеҙмәте еңел сәнәғәттәге сит ил продукцияһының, шулай уҡ Рәсәй баҙарындағы түшәк кәрәк-яраҡтарының ысынбарлыҡтағы күләмен теүәл күрһәтә тип әйтеп булмай”, – ти “Союзлегпром” президенты Андрей Разбродин. Мәҫәлән, ҡайһы бер тармаҡ вәкилдәре түшәк кәрәк-ярағының 90 процентҡа ҡәҙәре илебеҙҙә етештерелә тип бара. Ә икенселәр беҙҙең магазиндарҙағы тауарҙың яртыһы ситтән ташыла тигән фекерҙә. Был импорттың алтмыш проценты ялған юл менән етештерелә һәм индерелә.
Маркировкалау алымы иһә теүәл мәғлүмәт бирәсәк, ти белгестәр. Власть вәкилдәре үҙебеҙҙә күпме күләмдә ниндәй тауар етештерелгәне, ҡайһыларының ситтән индерелгәне тураһында беләсәк. Был артабан эш итеү, планлаштырыу, ҡулланыусылар ихтыяжын асыҡлау мөмкинлегенә юл аса.
Ил Хөкүмәте 2024 йылға тиклем барлыҡ төп тауар төрҙәренең әйләнешен көйләргә ниәтләй.