Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмерҙәрҙең аяныслы өҙөлөүе – уртаҡ ҡайғы
Ғүмерҙәрҙең аяныслы өҙөлөүе – уртаҡ ҡайғыБәлә ҡайҙа, кемде һәм ҡасан һағалап тораһын бер нисек тә күҙаллап булмай: халыҡ әйтмешләй, йығы­лырыңды белһәң, һалам түшәр инең дә... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бихисап кеше ҡор­бан­дарына килтергән хәл-ваҡиғалар, аяуһыҙ бәлә-ҡазалар теге йәки был тарафта көн һайын тиерлек булып тора, көтмәгәндә күпме ғүмерҙәр өҙөлә, хыялдар-өмөттәр селпәрәмә килә...


11 февралдә Мәскәүҙән фажиғәле яңылыҡ килде: Домодедово аэропортынан Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһына юлланған Ан-148 самолеты һауаға күтәрелгәндән һуң, дүрт минуттан радарҙан юғалған, ете минуттан һәләкәткә осраған – һауала уҡ шартлап, ергә ҡолаған. Борттағы 71 кеше – 65 пассажир (шул иҫәптән, өс бала) һәм алты экипаж ағзаһы – һәләк булған. Уларҙың барыһы ла – Ырымбур өлкәһе кешеләре, шулай уҡ Азербайджан, Швейцария граждандарының да ошо бортҡа ултырғанлығы мәғлүм.
Мәскәү янындағы ауыл-ҡасабаларҙа йәшәүселәр һәләкәттең шаһиты: улар тәүҙә ҡот осҡос геүләү ишеткән, унан утлы шарҙың ҙур тиҙлектә ергә яҡынлашҡанын, ҡолағандан һуң тағы ла көслө шартлау булғанын бәйән итәләр. Шуныһы: тиҫтәләрсә ҡорбандарға килтергән самолеттың кешеләр көн иткән биләмәләргә ҡоламауы – үҙе бер мөғжизә, сөнки был тирәлә ауыл-ҡасабалар бихисап, улар тығыҙ урынлашҡан.
Билдәле булыуынса, быйыл Мәскәү өлкәһе ғүмерҙә булмағанса мул ҡарлы ҡыш кисерә. Самолеттың һыныҡтары Раменское районындағы яланда яҡынса бер километр радиусҡа һибелгәне билдәле, әле унда хоҡуҡ һаҡлау органдары, ҡотҡарыусылар, махсус эксперттар ялан штабы йәйелдереп, тикшереү эштәре алып бара, көрт араһынан фажиғә ҡалдыҡтарын эҙләй.
Рәсәйҙең Транспорт министрлығында ғәҙәттән тыш хәлдең барлыҡ версияларын да тикшерәләр, шул иҫәптән насар һауа шарттары, двигателдең эшләүҙән баш тартыуы, кеше факторы кеүек варианттарҙы ла.
Самолет “Һарытау авиалиниялары” (“Саратовские авиалинии”) компанияһыныҡы булғанлығы билдәле. Экипажға тәжрибәле осоусы – 51 йәшлек Валерий Губанов етәкселек иткән.
Рейс Мәскәүҙән Орскка һәм Орсктан Мәскәүгә көн һайын үтәлә. Был 230 мең тирәһе кеше йәшәгән бәләкәй ҡаланан Рәсәйҙең баш ҡалаһына тиҙ генә барып етеүҙең берҙән-бер юлы, шуға ла рейс бик популяр һәм ике йүнәлешкә лә һәр ваҡыт тиерлек билеттар һатып бөтөлөп тора. Был юлы ла АН-148 бортына төрлө эштәрен теүәлләп, яҡындары янына ашыҡҡан төрлө яҙмышлы, төрлө йәштәге кешеләр күтәрелгән...
“Антонов-148” – төбәк-ара осоштар өсөн иҫәпләнгән самолет. 2009 йылдан алып Киев һәм Воронеж ҡалаларында етештерелә. Маҡсатына ярашлы, ул һәр яҡлап иҫкергән, заман талаптарына яуап бирмәгән, әммә авиакомпаниялар тарафынан һаман ҡулланылған ТУ-134 самолетын алмаштырырға тейеш булған. Был типтағы самолеттарға Европа союзы тарафынан уның биләмәһендә ҡулланырға рөхсәт бирелгән, атап әйткәндә, АН-148 Украина биләмәләрендә лә оса.
Һәләкәткә осраған борт иһә 2010 йылдан файҙаланылған. “Һарытау авиалиниялары”нан алда ул “Рәсәй” авиакомпанияһында иҫәптә торған.
Фажиғә айҡанлы 12 февралдә Ырымбур өлкәһендә Матәм көнө иғлан ителде. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг менән телефон аша бәйләнешкә инеп, һәләк булғандарҙың яҡындарының, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан, республика Хөкүмәтенең күрше төбәккә ярҙам итергә әҙерлеген белдергән.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Ырымбур өлкәһе парламенты рәйесе Сергей Грачев исеменә телеграмма юллаған, ул да күп кешеләрҙең ғүмерҙәрен өҙгән аяныслы фажиғә сәбәпле Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткергән.

Һандар һөйләй

Статистика буйынса, бөтә донъяла һәм Рәсәйҙә лә авиаһәләкәттәрҙең төп сәбәбе булып кеше факторы тора. Был осоусыларҙың әҙерлеге тейешле кимәлдә булмауын, квалификацияһы етешмәгәнлеген аңлата. Ошо хаҡта күп яҙылды һәм яҙыла: совет заманында белем алған осоусылар һаны аҙайған һайын, һауалағы фажиғәләр ҙә арта бара.
Тағы бер сәбәп – самолеттар паркының иҫкереүе. Әлеге ваҡытта самолеттарҙың 63 проценты – совет заманынан ҡалған борттар, 37 проценты ғына – яңылар. Шулай уҡ авиация баҙарында Рәсәйҙә етештерелгән самолеттар етешмәй, шуға ла сит илдәрҙән Боингтар һәм Аэробустар һатып алына.
Тағы бер факт: авиакомпаниялар самолеттарҙы хеҙмәтләндереүҙә экономиялай, запчастар, махсус ҡоролмалар һатып алыуҙы мөмкин тиклем кисектерә килә. Техника туҙа, әммә осоуын дауам итә... Һәләкәткә осрағансы.
Һандарға килгәндә, һуңғы тиҫтә йылда Рәсәйҙә 200-гә яҡын авиаһәләкәт теркәлгән. Был иҫәпкә самолеттар һәм вертолеттар менән булған фажиғәләр ҙә инә. Бигерәк тә һуңғы йылдар аяуһыҙ: йөҙҙәрсә кешеләрҙең ғүмерен өҙгән ваҡиғалар әле лә иҫтә. Ҡайһы берҙәрен телгә алайыҡ:
2011 йыл, июнь – Петрозаводск ҡалаһы аэропортына ингән саҡта, ағастар менән бәрелеү сәбәпле, самолет фажиғәгә тарыған, 47 кеше һәләк булған.
2011 йыл, сентябрь – Ярославль аэропортынан күтәрелгәндән һуң, радиомаяҡҡа һуғылып, самолет йылғаға ҡолаған, 44 кеше һәләк булған (фажиғә “Локомотив” хоккей командаһы ағзаларының ғүмерен өҙгән).
2012 йыл, апрель – Төмән ҡалаһы аэропортынан күтәрелеү менән самолет, боҙланыу сәбәпле, ергә ҡолаған, 33 кеше һәләк булған.
2013 йыл, декабрь – Ҡазан аэропортында Мәскәүҙән осҡан самолет аэропортҡа инер алдынан икенсе әйләнеш яһағанда һәләкәткә осраған, 50 кеше һәләк булған.
2015 йыл, октябрь – Египеттан Рәсәйгә осоусы самолет Синай ярымутрауы өҫтөндә шартлаған, 224 кеше һәләк булған. Рәсми хәбәр итеүҙәренсә, бортта теракт ойошторолған. Был авиаһәләкәт Египет тарихындағы, шулай уҡ донъя авиацияһы тарихында Рәсәй граждандары күпләп һәләк булған иң ҙур фажиғә тип иҫәпләнә.
2016 йыл, март – Берләштерелгән Ғәрәп Әмирлектәренән Дондағы Ростовҡа ҡайтып барыусы самолет аэропортҡа инер алдынан һәләкәткә осраған, 62 кеше һәләк булған.
2016 йыл, декабрь – Рәсәй Хәрби Һауа көстәренең самолеты Сочи аэропортынан Сүриәгә юлланған саҡта Ҡара диңгеҙ өҫтөндә һәләкәткә осраған. Хәрбиҙәргә Яңы йыл бүләге ойоштороу ниәте менән юлға сыҡҡан Александров исемендәге данлыҡлы ансамбль ағзалары, табиптар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре – йәмғеһе 92 кеше һәләк булған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 147

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 927

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 392

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 078

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 435

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 283

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 263

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 412

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 139

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 368

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 1 158

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 1 127