Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәскәүҙәге осрашыу
Баш ҡалала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың эшлекле осрашыуы булды. Унда республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тикшерелде. Атап әйткәндә, осрашыуҙа транспорт инфраструктураһын үҫтереү, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы проекты тураһында һүҙ барҙы.

– Банктар, федераль Хөкүмәт менән берлектәге ғәмәлдәрҙе һөйләнем. Дмитрий Анатольевич, дөйөм алғанда, идеяны хупланы, – тине Рөстәм Хәмитов осрашыу йомғаҡтары буйынса. – Хәҙер беҙ был мәсьәлә­ләрҙе банкирҙар, иҡтисад­сылар менән тикшерәсәкбеҙ. Ҡиммәтле объектты (уның хаҡы 30 миллиард һумдан ашыу) финанслау алымы табылыр, һәм проектты 2018 йылда тормошҡа ашыра башларбыҙ, тип ышанам.
Әңгәмәлә шулай уҡ республикалағы ҙур предприя­тиеларҙың инвестиция проекттары, 2021 йылда “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ конгресын үткәреү мәсьәләләре тикшерелде.

Аҡыллы, көслө лидер кәрәк

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Владимир Путиндың президентлыҡҡа яңы срокка кандидат итеп күрһәтелеүен хупланы.

– Дөйөм алғанда, был көтөлгән ҡарар ине. Шулай ҙа ошон­дай ниәт тураһында ҡайҙа һәм ҡасан иғлан ите­леүе күптәр өсөн сер булғандыр, моғайын. Халыҡ-ара кимәлдәге хәлдең тотороҡһоҙ булыуы, иҡтисади һәм мәғлүмәти баҫым шарттарында илебеҙгә көслө лидер кәрәк, – тине Константин Толкачев. – Сәйәси абруй, илдәге һәм донъялағы йоғонтоһо, Рәсәй граждандары араһында ышаныс һәм хуплау дәрәжәһе буйынса ғәмәлдәге дәүләт башлығына тиң альтернатива әлегә күҙәтелмәй. Владимир Путин – иң ҡатмарлы хәлдәрҙә дәүләткә аҡыллы идара итеү һәм бөтә мәсьәләләр буйынса ҡулай ҡарарға килеү һәләтен һүҙ менән түгел, эш менән иҫ­бат­лаған шәхес. Әле Рәсәй алдында торған ҙур сәйәси бу­рыс­тарҙы кемдеңдер унан яҡшыраҡ тормошҡа ашыра алыуы икеле. Быны Президент үҙе лә, шулай уҡ был вазифаға бү­тән кандидаттар ҙа, тотош йәмғиәт тә аңлайҙыр, тип ышанам.
Владимир Владимировичҡа хәҙер һайлаусыларҙың ярҙамы кәрәк. Ябай булмаған халыҡ-ара шарттарҙа һай­лау алдынан бөтәбеҙгә мәнфәғәттәрҙе берләш­те­реү, Рәсәй халҡының берҙәмлеген күрһәтеү, илгә иҡтисади тотороҡлолоҡ һәм үҫеш, планета кимәлендә позицияларҙы нығытыу талап ителә.

Сибай моноҡала булырмы?

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында Ағиҙел, Сибай, Межгорье ҡалаларының социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре тикшерелде.

Был муниципаль берәмектәрҙә хәл киҫкен булып ҡала. Эшһеҙлек кимәле үҫә, халыҡтың күпләп ситкә ки­те­үе күҙәтелә. Ошо шарттарҙы иҫәпкә алып, биләмәләргә ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.
Республикала махсус эш төркөмө төҙөү күҙаллана. Бынан тыш, ошо берәмектәрҙә иҡтисадты үҙгәртеп ҡо­роуға, эш­ҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙы­рыр­ға йүнәлтелгән сара күреләсәк, төбәк һалымдары буйынса ташламалар булдырыласаҡ, махсус хоҡуҡи акттар ҡабул ителәсәк. Планда шулай уҡ Ағиҙел, Сибай ҡалаларын һәм Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеген үҫтереүҙең комп­лекслы программаларын эшләү, был биләмәләрҙе “Баш­ҡорт­остан Республикаһы моноҡалаларын комплекслы үҫтереү” өҫтөнлөклө төбәк программаһына индереү ҡарала.

Хоҡуҡ белгестәре сетерекле мәсьәлә систе

Өфөлә Рәсәй Конституцияһы һәм Башҡортостан Конституцияһы көндәренә арналған республика студенттар юридик олимпиадаһы үтте.

– Сара беҙҙә тәүге тапҡыр ойошторолоуы менән иғти­барға лайыҡ, – тине Башҡортостан Башлығы ҡа­ра­ма­ғындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Илгиз Ҡыҙырғолов. – Уның киләсәктә йыл һайын үт­кәрелеүенә ышаныс бар. Сту­дент­тарҙың ярышта күпләп ҡатнашырға йөрьәт итеүе күпте һөйләй.
Башҡортостан Конституция суды рәйесе Зөфәр Йә­не­кәев­тең, һүҙҙәренә ҡарағанда, таныш йөҙҙәр менән осрашыу уның өсөн оло мәртәбә, бында киләсәккә ҡарап ғүмер итеүселәр йыйылған.
Командалар көслө күренә. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм ида­ра итеү академияһы, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты, Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһы, Башҡорт дәүләт университетының Стәр­летамаҡ филиалы, Башҡорт дәүләт университе­тының Си­бай филиалы, Хеҙмәт академияһы һәм социаль мөнә­сәбәттәр мәғариф учрежде­ниеһының Башҡорт социаль технологиялар институты филиалы студенттары илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың конституцияларын белеү буйынса тест һорауҙарына яуап бирҙе, икенсе этапта брейн-рингта көс һынашты, сетерекле төрлө мәсьәләләрҙе систе.
Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы студенты Айһылыу Танһыҡҡужина белдереүенсә, бындай олимпиадаларҙа ҡатнашыу белем эстәгәндә икеләтә уңыш килтерәсәк. Ғөмүмән, ул төрлө йәмәғәт сараларынан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша, бүтәндәрҙе лә үҙенең өлгөһөнә эйәрергә саҡыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 631

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 449

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 747

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 233

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 162

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 248

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 590

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 437

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 419

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 614

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 309

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 543