Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостанда игендең уңышын 25 процентҡа арттырырға һәләтле биотехнология булдырылды. Ғалимдар раҫлауынса, яңы ысул ғәҙәти ашламаларҙы ҡулланмаҫҡа һәм продукцияның экологик таҙалығын тәьмин итергә һәләтле.
“БашИнком” предприятиеһы директоры Вячеслав Кузнецов раҫлауынса, был алым ауыл хужалығы культура­ларының уңышын киҫкен һауа шарттарында ла күтәрергә мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә ошо технология етештереү сығымдарын да кәметергә булышлыҡ итәсәк икән. “БашИнком” 1991 йылдан алып эшләй. Базалары Өфөлә, Кү­мертауҙа һәм Благовещенда урын­лашҡан. 400 кешенән торған коллектив йылына 14,5 мең тонна биологик препарат һәм ашлама етештерә.
***
Республикабыҙҙа “Магнит” селтәре кибеттәре булмаған ҡала йәки ҡасаба юҡтыр, моғайын. Былтыр ошо компания үҙ тарихында беренсе тапҡыр һатыу күләмен кәметергә мәжбүр булды – ул һигеҙ процентҡа аҙайҙы һәм 54,3 миллиард һум тәшкил итте.
Белгестәр аңлатыуынса, былтыр “Магнит” яңы кибеттәрҙе күберәк асырға тырышҡан, ләкин бының өсөн киткән сығым компанияның йыл йомғаҡтары буйынса зыянлы эшләүенә алып килгән. Дүртенсе кварталда сауҙа күләменең кәмеүе хатта 15 процентҡа еткән. Шул уҡ ваҡытта был ойошманың төп конкуренттары булған “Перекресток”, “Пятерочка”, “Экспресс”, “Карусель” селтәр­ҙәре былтыр һатыу күләмен арттырыуға өлгәшкән.
***
“Внешэкономбанк” етәксеһе Сергей Горьков быйыл Рәсәйҙе иҡтисади үҫеш көтөүе тураһында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, донъя иҡтисадында әле билдәһеҙлек хөкөм һөрә, айырыуса АҠШ менән Ҡытайҙа.
Ул беҙҙең илде берҙән-бер иҡтисади тотороҡлолоҡ утрауы тип атай. 2016 йылдың аҙағы, банкир аңлатыуынса, нефть хаҡының элекке хәленә ҡайта­сағына һәм инфляцияның түбәнәйә­сәгенә өмөт тыуҙыра. “Европанан, АҠШ-тан һәм Ҡытайҙан айырмалы рәүештә, Рәсәй ниндәй йүнәлештә үҫешергә икәнлеген белә”, – ти ул.
***
Мәскәү һәм Бөтә Русь Патриархы Кирилл Дәүләт Думаһы депутаттарын Рәсәйҙә микрофинанслау ойошмалары эшмәкәрлеген сикләргә һәм “фәҡирҙәр өсөн банк” булдырыу тураһында уйларға саҡырҙы.
Бындай алыпһатарлыҡ эшмәкәр­леген Патриарх сауҙагәрлектең иң йыртҡыс­тарса күренеше тип атаны. Уның әйтеүенсә, микрозаемдар йыш ҡына алкоголизм йәки наркомания менән сирләгәндәргә бирелә. Һөҙөмтәлә бурыстарын уларҙың ғаиләләре түләргә мәжбүр. Ә ярлылар өсөн банкты дини етәксе Һиндостанда күреп ҡайтҡан икән. Рәсәйҙә лә ул ошо тәжрибәне ҡул­ланырға кәңәш итә.
***
“HeadHunter Башкортостан” агентлығы белдереүенсә, беҙҙең республикала уҡыған студенттар эш табыу маҡсатында анкетаһын күбеһенсә сауҙа фирмаларының сайттарына ебәрә.
– Сауҙала эшләү студенттарға уҡыу менән мәшғүллекте бергә алып барырға ғына түгел, ә сағыштырмаса юғары эш хаҡы алырға ла мөмкинлек бирә, – ти агентлыҡтың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибаҙуллина. Өҫтәүенә күп кенә сауҙа етәкселәре студенттарға “һығыл­малы” график тәҡдим итә. Бынан тыш, һатыу урындарында тир түгеп алыу – эшҡыуар булырға хыялланған студенттар өсөн бик фәһемле тормош мәктәбе лә.
***
Быйылғы йыл Рәсәй банктары өсөн иң табышлы булмаҡсы. Ошо хаҡта “ВТБ-24” банкы етәксеһе Михаил Задорнов белдерҙе.
Илдең оҙаҡ йылдар инде уңышлы эшләгән был финанс ойошмаһы былтыр ҙа һәйбәт күрһәткескә ирешә – уның саф табышы 86 тапҡырға артты һәм 43,1 миллиард һумға етә. Тәжрибәле банкир белдереүенсә, ил банктарының дөйөм табышы бер триллион һумдан ашып китмәксе.
***
Ил халҡының 30 проценты, айлыҡ пенсия күләме 30 мең һум булған осраҡта йәшәү кимәлен тейешенсә тәьмин итә алыр ине, тип иҫәпләй. Был мәғлүмәт Рәсәй дәүләт социаль университеты үткәргән тикшеренеү нигеҙендә билдәле булды.
“Һеҙҙе күпме пенсия ҡәнәғәтләндерер ине?” тигән һорауға был тикшеренеүҙә ҡатнашыусыларҙың 36,5 проценты 20 – 30 мең һумды атаған, ә 28 проценты 15 – 20 мең һумдың да етәсәген бил­дәләгән. Һәр унынсы кеше (11,4%) 10 – 15 мең һумға ла риза буласағын әйткән. Эксперттар раҫлауынса, күпселек яуап биреүселәр пенсияның улар әле алған эш хаҡының 40 проценты кимә­лендә булыуын ғәҙел тип иҫәпләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 630

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 449

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 747

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 233

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 162

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 248

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 590

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 436

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 419

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 613

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 308

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 542