Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бөйөк депрессия”, “ҡара дүшәмбе” һәм башҡалар
Донъя иҡтисады элек тә тотороҡло түгел ине, хәҙер уның киләсәге нисек булырын бер кем дә әйтә алмай. Көрсөктәр торған һайын йышыраҡ тыуа башланы: етештереү ҡырҡа кәмей, һатылмаған тауар күләме артҡандан-арта, банктар бөлә, үҙ-ара иҫәпләшеү системаһы юҡҡа сыға, эшһеҙлек көсәйә... Тарихҡа күҙ һалһаҡ, уларҙың нигеҙһеҙ түгеллегенә ышанырбыҙ.

1857 йыл. АҠШ, Германия, Ан­глия, Францияның халыҡ хужалы­ғына һәм йәмәғәт тормошона бер үк ваҡытта ябырылған был көрсөк ошо илдәрҙең тәүгеһендә башланып кит­кән. Быға тимер юл компания­ларының тотошлай бөлөүе һәм акциялар баҙа­рының емерелеүе сәбәпсе була. Уның һөҙөмтәһендә АҠШ банктары эште туҡтатыу сигенә етә. Бөлгөнлөк тул­ҡыны Рәсәйгә лә килеп етә: суйын иретеү – 17, ә кизе-мамыҡ туҡыма һуғыу 14 процентҡа кәмей.
1873 йыл. Был юлы иҡтисади ҡыйынлыҡ Германия менән Австрияла тыуа. Был ике ил күсемһеҙ ми­леккә хаҡты яһалма рәүештә күтәрә, АҠШ банктары уларға кредитты оҙайтыуҙан баш тарта, һөҙөмтәлә американдар ҙа ҙур зыян күреп өлгөрә. Латин Америкаһында кредит хаҡы ярайһы ғына күтәрелә, шул арҡала был ҡитға илдәренең экспорты ныҡ кәмей. Ошо илдәрҙең, шулай уҡ АҠШ-тың һәм Европа дәүләттәренең ҡаҙнаһына ғәйәт ҙур зарар килтергән көрсөк донъя тарихында беренсе тапҡыр бик оҙаҡ – биш йыл – дауам итә.
1914 йыл. Был юлы финанс көр­сөгөн Беренсе бөтә донъя һуғышы тыуҙыра. Хәрби хәрәкәттәр өсөн сығым талап ителеүе арҡаһында АҠШ, Франция, Германия һәм Британия хөкүмәттәре сит ил эмитент­тарының акцияһын күпләп һатыуға сығара, шул сәбәпле тауар һәм аҡса баҙары туҡтар хәлгә етә, банктарҙа ығы-зығы башлана.
1920 йыл. Һуғыштан һуңғы дефляция (милли валютаның һатып алыу һәләтен күтәреү) һәм рецессия (етештереүҙең кәмеүе) һөҙөмтәһендә Дания, Италия, Финляндия, Голландия, Норвегияла, уларҙың артынса уҡ АҠШ менән Британияла валюта көрсөгө башланып китә, һәм ул ике йыл бара.
1929 – 1933 йылдар. “Бөйөк деп­рессия” исеме алған был хәлде АҠШ тарихсылары һәм иҡтисад­сылары әле лә айырым тетрәнеү менән иҫкә ала. Беренсе бөтә донъя һуғышынан һуң АҠШ иҡтисады ҙур тиҙлектә үҫешә, акция һатып алған миллиондарса кеше аҡсалата килемен арттыра бара, ҡулланыу арта. Һәм... сама белмәй үҫкән курс кинәт “шартлай”. Донъя­лағы иң көслө был көрсөк акция­ларҙың хаҡын 60-70 процентҡа төшө­рә, уның хужалары, дөйөм алғанда, 40 миллиард доллар юғалта. Эш­ҡыуарлыҡ ныҡ һүлпәнәйә, заводтар ябыла, илдә эшһеҙҙәр һаны арта. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 1933 йылда донъяла 30 миллион ке­ше эшһеҙ тороп ҡала, шуның 14 мил­лионы АҠШ-ҡа тура килә.
1957 йыл. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуңғы тәүге иҡтисади көрсөк тәү сиратта АҠШ, Британия, Канада, Бельгия, Голландияны сол­ғап ала һәм артабан башҡа илдәргә тарала. Етештереү кимәле баштараҡ бер урында тапана, һуңынан кәмеүгә табан китә.
1973 йыл. Был көрсөк АҠШ-тың сәнәғәт етештереүен – 13, Япония­ныҡын – 20, Германияныҡын – 22, Италияныҡын 14 процентҡа кәметә, артабан башҡа илдәргә күсә.
1987 йыл. “Ҡара дүшәмбе” тип исемләнгән был көрсөк көнөндә “Dow Jones Industrial” АҠШ-тың фонд индексы 22,6 процентҡа аҫҡа тәгәрәй. Артынса уҡ Австралия, Канада, Гонконгтың аҡса баҙары емерелә.
1994 – 1995 йылдар. Сираттағы көрсөккә Мексика хөкүмәтенең 80-се йылдар аҙағынан алып инвестиция йәлеп итеү сәйәсәте үткәреүе сәбәпсе. Һөҙөмтәлә илгә килеп тулған сит ил капиталы, аҡсаның артыҡ күп тупланыуы арҡаһында көрсөк башланырынан ҡурҡып, бер-бер артлы Мексиканан ҡаса башлай. Урындағы банк системаһы бөлгөнлөккә дусар була.
1998 йыл. Рәсәй тарихындағы иң ауыр иҡтисади хәл дәүләт бурысы­ның ныҡ артып китеүе һәм илдең төп терәге булған нефть менән газға хаҡтың түбәнәйеүе, ҡаҙнаның үҙе һатҡан ҡыҫҡа ваҡытлы облигациялар өсөн иҫәпләшә алмауы арҡаһында тыуа. Һумдың долларға ҡарата курсы шунда уҡ өс тапҡырға кәмей.
2008 йыл. АҠШ-та башланған финанс көрсөгө барлыҡ донъяға һиҙелерлек зыян килтерҙе. Сәбәбе – кредиттар өләшеүҙә тотороҡлоҡто һаҡламау. Һөҙөмтәлә күп банктар бөлдө, күсемһеҙ мөлкәттең хаҡы ныҡ кәмене.
2015 йыл. Алдағы көрсөктән саҡ ҡотола башлаған Европа илдәре был юлы иҡтисади “һаҙлыҡ”ҡа тағы ла нығыраҡ батты. Ситтән ҡасаҡ­тарҙың күпләп ағылыуы, ил етәксе­ләренең сәйәсәтенә ризаһыҙлыҡ хәлде уғата насарайтты. Арзан эшсе көс булған мигранттар урындағы халыҡтың хеҙмәт хаҡын күтәрергә бирмәй, социаль тәьминәт кимәлен төшөрә. АҠШ-та, инфляцияның көсәйеүенә өҫтәп, демографик проблемалар ҙа үҙен нығыраҡ һиҙҙерә башланы: ил халҡы ҡартая, ә сит илдәрҙән йәш эшсе көс элекке һымаҡ күпләп килмәй. Ҡайһы бер сығанаҡ­тарға ҡарағанда, был дәүләттә халыҡтың алдағы көрсөк арҡаһында матди зыян күргән 25 проценты пособиеға йәшәй, йәғни бер ҡайҙа ла эшләмәй. Был иһә дәүләт ҡаҙнаһы өсөн ауыр йөк була башланы. Халыҡтың бай һәм фәҡир йәшәгән ҡатламдары араһында айырма үҫә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 630

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 448

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 747

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 233

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 162

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 248

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 589

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 436

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 419

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 613

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 308

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 542