Берләштерә торған байрам13.09.2013
Дәүләкән районында Сәй байрамы уҙған. Ул ойошторолған Рассвет ауыл Советы биләмәһендә башҡорт, татар, урыҫ, украин, мордва, ҡаҙаҡ, коми, мари, немец, эстон халҡы вәкилдәре йәшәй. Һәр ҡайһыһының сәй эсеүгә ҡағылышлы үҙ йола-тәртибе бар.

Комсомольский, Киров, Ленин, Рауш, Александровка, Сергиополь ауылдарынан килгән ҡунаҡтар ҙур яланда йыйылған. Урындағы һәүәҫкәр артистар ҡуйған концерт, бигерәк тә Рассвет ауылының “Самородки” халыҡ ансамбленең сығышы сараны тағы ла йәнләндереп ебәргән. Балалар өсөн ойошторолған махсус майҙансыҡ та шау-гөр килеп торған: үҫмерҙәр асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсында ҡатнашҡан, сәйгә ҡағылышлы викторина һорауҙарына яуап биргән. Әлбиттә, был байрамдың төп үҙенсәлеге – бергәләшеп сәй эсеүҙә. Ветерандарға түрҙән урын биргәндәр. Төрлө тәм-том менән сәй эсеү араһында ауылдаштар күңеле булғансы аралашып, таҡмаҡтар әйтешеп, күтәренке кәйеф менән йорттарына таралышҡан.


Вернуться назад