Сәғиттәрҙән өлгө алайыҡ29.12.2011
Сәғиттәрҙән өлгө алайыҡ"Башҡортостан" гәзите — күптәнге дуҫыбыҙ. Унан айырылған юҡ", — тип ҡаршы алды беҙҙе Хәйбулла районының Сәғит мәктәбе директоры Гөлдәр Ҡәйепова. Ырымбур өлкәһе сигендә урынлашҡан белем усағы мәҙәни үҙәк булараҡ та хеҙмәт итә, сөнки ауылда клуб юҡ, шунлыҡтан барлыҡ саралар ҙа мәктәптә үтә. Икеләтә яуаплылыҡ тойоп эшләргә тура килә сәғиттәргә — мәғариф һәм мәҙәниәт тармағы ауылдың йөҙөн билдәләй, киләсәген юрай.
Сәғиттәрҙең Хәйбулла районы мәктәптәре араһында иң тәүгеләрҙән булып "Барлыҡ коллектив менән — "Башҡортостан"ға!" акцияһына ҡушылыуы юҡҡа түгел. Бында берҙәм, татыу коллектив тупланған. Үҙ эшен төплө белгән уҡытыусылар йәш быуынды тәрбиәләүҙә ваҡытлы матбуғатты урынлы ҡуллана, унда баҫылған мәҡәләләрҙе дәрестәрҙә файҙалана. Ата-әсәләр йыйылыштары булһынмы, ауыл халҡы менән осрашыуҙар тиһеңме, бар сараларҙа ла "Башҡортостан" — уларҙың төп таянысы, фекерҙәше һәм кәңәшсеһе.
Бар ауылға йәм биреп ултырған мәктәптең эсе лә матур — ҡот һәм нур уйнап торғандай. Тирә-яғы бөхтә, таҙа, тәҙрә төптәрендә ниндәй генә гөлдәр үҫмәй. Мәктәптең музейы ла бик бай. Ҡайһы бер экспонаттарҙы хатта район, республика музейҙарында ла осратмаҫһың. Мәҫәлән, тиренән тегелгән турһыҡты, еҙ ҡурайҙы, биҙәктәр һалып баҫылған кейеҙ кейемдәрҙе мәктәп музейында һаҡлау — күптәр өсөн көтөлмәгән күренеш. Ауыл халҡы менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, ата-әсәләр менән әүҙем эшләү йәһәтенән Сәғит мәктәбе коллективы районда яҡшы иҫәптә. Әле лә ауылдың оло йәштәгеләрен "Башҡортостан”-Йома"ға яҙҙырыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итәсәктәрен белдерҙеләр. Тимәк, уҡытыусылар үрнәген дауам итеүселәр буласаҡ.
Әлбиттә, һәр белем усағының төп күрһәткесе — уҡыусыларҙың белем өлгәше. Был йәһәттән дә бәхетле сәғиттәр, балалар һаны аҙ булыуға ҡарамаҫтан, мәктәпте тамамлаусылар йыл һайын юғары уҡыу йорттарына инә. Хатта Мәскәү ҡалаһында белем алыусылар ҙа бар. Ун биш йылдан ашыу директор вазифаһын башҡарған Гөлдәр Хәйҙәр ҡыҙы әйтеүенсә, "Башҡортостан" гәзите мәғариф, белем биреү темаларын йыш яҡтыртыуы, иҡтисади һәм сәйәси ваҡиғаларҙы халыҡсан тел менән уҡыусыға еткереүе, уҡыусылар һәм кескәйҙәр өсөн махсус биттәрҙең булыуы менән һәр уҡытыусыға яҡын һәм кәрәкле.
Уҡытыусы үҙе алдырған гәзиттән күңеленә ятышлы мәҡәләләр табып, уны яратып уҡый икән, тимәк, ул баҫмаға яҙылыуына үкенмәйәсәк. Тик яратҡан гәзите ваҡытында ғына таратылһын.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы


Вернуться назад