Есемеңде асыр исемең13.09.2013
И малайҙар өсөн
Ильяс бор. йәһ., ғәр. — бик ныҡ, еңелмәҫ
Имай ғәр. — хеҙмәтсе; алда тороусы (Ғимай йәки Имам исемдәренән ҡыҫҡартылған)
Имам ғәр. — 1. етәксе, башлыҡ; 2. дин әһеле (ҡайһы бер мосолман илдәрендә); 3. фән өлкәһендә дәрәжәле ғалим
Имамғол ғәр., баш. — имам+ғол
Имаметдин ғәр. — диндең өйрәтеүсеһе, дин башлығы
Иман ғәр. — ышаныс, инаныс
Иманай ғәр., баш. — иман+ай (өндәшеүҙе белдергән ялғау)
Иманбай ғәр., баш. — иман+бай
Иманғол ғәр., баш. — иман+ғол
Имаш ғәр. — Имаметдиндән ҡыҫҡартылған
Имән баш. — имән ағасы атамаһынан (имән һымаҡ ныҡ булһын тигән теләктә ҡушыла)
Инсаф ғәр. — инсафлы, саф
Инсеғол баш. — инселәнгән, алдан билдәләнгән бала
Инсур баш. — ҡара: Илсур
Иншар неол., ғәр. — инҡилабы шәреҡ ("көнсығыш революцияһы" тигән һүҙҙәрҙән ҡыҫҡартып яһалған исем)
Ирали баш., ғәр. — батыр ир
Иран баш. — ил, халыҡ исеменән
Ираман баш., ғәр. — ир+аман (иҫән)
Ирбай баш. — ир+бай; ир бала
Ирбул баш. — батыр бул
Ирбулат баш., фарс. — ир+булат; батыр ир
Ирғәзи баш., ғәр. — ир+ғәзи (көрәшеүсе)
Ирғужа баш., фарс. — ир+ғужа
Ирғәли баш., ғәр. — ир+ғәли
Ирек баш. — ирек, азатлыҡ
Ирйегет баш. — шәп егет, батыр
Ирмәк баш. — күңел йыуатҡыс; көтөп алған бала
Ирназар баш., ғәр. — ир+назар
Ирнур баш., ғәр. — ир+нур
Ирсай санскр. — ҡара: Ырсай
Иртуған баш. — ир+туған
Ирхан бор. баш. — ир+хан; ил башлығы; батыр хан, батыр башлыҡ
Иршат баш. — батыр, ҡыйыу
Иршат ғәр. — юл күрһәтеүсе, башлыҡ
Ирәндек баш. — тау атамаһынан (борон бала ҡайҙа тыуһа, шул ерҙең атамаһын уға исем итеп ҡушыу йолаһы булған)
Искәндәр ғәр. — батыр, ғәйрәтле, кешеләрҙе яҡлаусы (Искәндәр — Александр исеменең ғәрәпсә әйтелеш формаһы. Александр Македонскийҙы көнсығыш халыҡтары Искәндәр Зөлҡәрнәйн — "Ҡуш мөгөҙлө Искәндәр" — тип йөрөткән)
Исҡужа баш., фарс. — иш, иптәш+хужа
Ислам ғәр. — мосолман; дин атамаһы
Исламбай ғәр., баш. — ислам+бай
Исламғол ғәр., баш. — ислам+ғол
Исламғәзи ғәр. — ислам+ғәзи
Исламғәли ғәр. — ислам+ғәли
Исмаҡ фарс. — йомарт
Исмәғил ғәр. — һорап, теләп алған
Исмеәғзәм ғәр. — исеме оло, бөйөк
Исмәғәзәм ғәр. — исеме Әғзәм (бөйөк, оло)
Исмәғәләм ғәр. — исеме Әғләм (белемле)
Исрафил ғәр. — көрәшсе, һуғышсан
Истәк бор. баш. — башҡорт; ҡара: Иштәкбай
Исхаҡ ғәр. — көлөү һүҙенән (Исаак исеме менән бер тамырҙан)
Исәкәй баш. — иҫән һүҙенең иркәләү формаһынан
Исәргәп бор. баш. — йәлләп
Иҫән баш. — иҫән-һау
Иҫәнаман баш., ғәр. — иҫән-аман, иҫән-һау
Иҫәнбай баш. — иҫән, һау
Иҫәнбирҙе баш. — иҫән+бирҙе
Й ҡыҙҙар өсөн
Йомабикә ғәр., баш. — йома+бикә (йомала тыуған)
Йондоҙ баш. — "йондоҙ" һүҙенән (йондоҙ һымаҡ балҡып торһон тигән теләктә ҡушыла)
Йопарбикә баш. — йопар+бикә; борон хушбуй урынына йопар (йофар) майы һөрткәндәр
Йопарсолтан баш., ғәр. — йопар (йофар)+солтан
Йөҙбикә баш. — йөҙлөк-бөркәнсек менән тыуған; бәхетле ҡыҙ
Йөҙлөкәй, Йөҙөкәй баш. — йөҙлөклө; бәхетле
Йыһан фарс. — донъя, ғаләм
Йыһаниә фарс. — йыһан эйәһе
Йәмиға ғәр. — йыйнаусы, туплаусы
Йәмилә ғәр. — бик матур, сибәр, һөйкөмлө
Йәмлиха ғәр. — бик һөйкөмлө
Йәнбикә фарс., баш. — йән+бикә
Йәнифә ғәр. — ысын, саф (Хәнифә исеменән үҙгәртелгән)
Йәниә фарс. — ҡәҙерле; һөйкөмлө
Йәннәт ғәр. — баҡса; йәннәт баҡсаһы
Йәнһылыу фарс., баш. — йән+һылыу; матур, сибәр ҡыҙ
Йәүһәриә фарс. — ынйы, гәүһәр (Гәүһәриәнән үҙгәртелгән)
Йәүһәрә фарс. — Йәүһәриәнән ҡыҫҡартылған.