Башҡорт йолаһы13.09.2013
Башҡорт йолаһыАвгуста гәзиттең “Йома” һандарында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, танылған сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның “Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана” тигән яҙмаһы донъя күргәйне. Ул ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Гәзит уҡыусыларҙың үтенесен иҫәпкә алып, редакция рубриканы дауам итергә ҡарар ҡылды. Сәсәниә башҡорт йолалары тураһында һәр “Йома”ла сығыш яһаясаҡ.

Ут ҡоймағы

Яҙ беренсе тапҡыр йәйге аласыҡҡа сыҡҡанда, ҡоймаҡ бешерелә. Сөсө ҡоймаҡ яңы ут "күңелен күреүгә" арналған булғанға исеме лә шулай "ут ҡоймағы" тип аталған. Бешереүсе иң беренсе ҡоймаҡты үҙе ҡаба, унан күршеләрҙе, бала-сағаны һыйлай. Беренсе утты ҡәҙер итеп яғып, ҡоймаҡ менән "һыйлаһаң", тормошоң ҡотло, һыйырың һөтлө, умартаң баллы була, тип тә юрағандар. Ут яҡҡанда һәр ваҡыт "Салауат" доғаһын уҡыу кәрәк. "Изге ут бул, файҙа күрер ут бул", тип әйтергә.

Ут аша һикереү

Ут аша һикереү йәйге уйындарҙа, ҡояш торошона арналған байрам төндәрендә генә мөмкин булған. Ут аша һикереү ырыу-ара йыйындарында ла осраған.
Һикерер алдынан кеше усына тоҙ йә икмәк ала. Өс тапҡыр ут аша ырғығандан һуң усындағы икмәк валсығын утҡа һибә лә:
"Ошоно аша,
Минән сир-
сырхау китһен!"
тип әйтә. Һикергәндә ҡысҡырырға, һүҙ әйтергә ярамай. Һәр кем үҙ көсө менән тырышырға тейеш. Һикерә алмаған малайҙар йүгереп килә лә таяҡҡа таянып ырғый. Өс рәт һикерергә кәрәк. Үҙ көсө менән һикергәнгә бүләк тапшырыла. Ҡағиҙәләр: 1) ут кейемгә, салбар салғыйына тейергә тейеш түгел; 2) аҡырырға, ҡысҡырырға ярамай; 3) ҡулында булған икмәк йә тоҙҙо башҡалар менән бүлешеп ашарға, утҡа һибергә мөмкин. Ут аша үткән ризыҡ көслө, дауалы була тигән инаныс сағылған бында. Утты һикереп сыҡҡас ҡына һикереүсене хуплайҙар, ҡотлайҙар. Алдан ярамай. Иң аҙаҡ уттың һүнгәнен бергәләп көтөп, урынын таҙартып, өҫтөнә кәҫле үлән һалалар. Ер шулай тағы ла яңыра.

Ут име

Майлы сепрәкте яндырып, бик ҡаты ауырыған кеше тирәләй әйләнеп, уратып йөрөткәндәр.
Алаҫ! Алаҫ! Алаҫ!
Сир-зәхмәте, ҡас, ҡас! —
тип һамаҡлағандар, алаҫлағандар.

"Ут ҡотло булһын — сәләм бир!"

Килен беренсе тапҡыр кейәү йортона кергәндә, мейескә өс рәт башын, унан осаһын тейҙереп ала.
Көлдөксәң тулы көл булһын,
Ҡаҙаның тулы аш булһын,
Итәк тулы бала булһын,
Артың тулы мал булһын,
Донъяң ҡотло булһын! — тип теләк әйтәләр уға.

Һауа тылсымы

Һауаға ҡарап аҡырырға, ҡысҡырып көлөргә, атырға ярамай — "күк һуға". Тик бер көндә генә һауаға ҡарап һөрән һалыу мөмкин. Сәсеү бөткәс, һабантуй алдынан ҡыҙҙар йыйылып тауға сыға, шунда күккә ҡарап ҡысҡыралар. Йәнәһе, Күк Тәңрегә — Атаға сәләм ебәреп, уның миһырбанлылығына, ярҙамына һәм "дәрте уянып" ямғыр ебәреүенә өмөт итәләр.

Тау — Тәңрегә яҡын урын

Тауға менер алдынан тәүҙә итәгендә туҡтап тороп ниәт әйтәләр, доға уҡыйҙар. Иң изге ниәт булырға тейеш. "Тау эйәһе! Алла бойороғо менән мине иҫән-һау йөрөт, изге теләк менән менәм! Рөхсәт ит!" — тип әйтеү кәрәк. Менгәндә шауларға, көлөргә ярамай. Тауға күтәрелгәнсе туҡтамаһаң, теләгең ҡабул була. Менеп еткәс, тауҙың иң бейек түбәһендә теләгеңде ҡысҡырып әйтәһең. Күмәкләп теләгәндә тәүҙә ҡояш әйләнәһенә түңәрәк буйлап йөрөп алалар, шунан ҡулдарҙы өҫкә күтәреп:
Эй, Аллаһы Тәғәләм! Эй, Тәңрем!
Һин бар! Һин бер!
Күренмәйһең — барын күрәһең,
Беленмәйһең — барын беләһең,
Төҫөң һәм тауышың юҡ!
Һәр ерҙә барһың,
Бер ерҙә лә юҡһың!
Тыумайһың! Тыуҙырмайһың!
Тиңдәшең вә оҡшашың юҡ,
Ни бойорһаң — була, бойормаһаң — юҡ!
Бойор, Тәңрем! Аллам!
Иҫән булһын илем!
Имен булһын Ерем!
Һау-сәләмәт булһын,
Мәңгелек бар булһын,
Ҡеүәтле, бай булһын башҡорт халҡы!
Ғаиләм, туғандарым менән
Оҙон, бәхетле ғүмер бир!
Ямғыр бир! Бәрәкәт бир!
Эй, Аллам! Эй, Тәңрем!


Вернуться назад