“Наза” дуҫтарын йыя29.12.2011
“Наза” дуҫтарын йыяИх, ошо йәштәрҙең дәртлелеге. Аҙна аҙағы, эш көнөнән һуң эңер төшөүгә ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп күңел асырға әллә ҡайҙан көс-дәрт, ваҡыт табалар. “Өфө уттары” күңел асыу комплексында үткән “Наза” башҡорт дискотекаһына йыйылыусыларҙы күргәс, башҡа шундай уйҙар килде.
“Ҡурай” каналы ойошторған был дискотека матур йолаға әйләнеп бара. Йыл да декабрҙең аҙағында йыя улар тамашасыһын. “Өфө уттары”ндағы Колизео залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Ә ниндәй артистар килә бит әле тамаша күрһәтергә?! Был юлы ла республикала билдәле, йәштәр араһында киң танылыу яулаған йырсылар Сәғиҙулла Баййегет, Рөстәм Ғиззәтуллин, Венер Камалов, Гөлдәр Ишҡыуатова, Нәркәс Сиражетдинова, Айрат Мусин, Илнур Юламанов, Заһит Ҡунафин, Радик Юлъяҡшин, Тимур Зиндан, Руслан Ниғмәтов һәм башҡалар тамашасының күңелен асты. Улар менән берлектә сәхнәлә яңы ғына “тәүге аҙым”дарын яһай башлаған йәш йондоҙсоҡтар — Айҙар Хәмзин, Ян Лира, Йәнбулат Мөхәмәтдинов, Әнүәр Фәйзуллин, Альбина Апанаева һәм башҡалар булды. Кисә “С.О.В.А” һәм “Дива” бейеү ансамблдәре әҙерләгән сағыу шоу менән башланып китте.
Байрамды ойоштороусыларҙың ни тиклем ҙур тырышлыҡ һалғаны күренеп торҙо. Бер кистә бихисап артистар ҡатнашлығындағы концерт, алдынғыларҙы бүләкләү, Ҡыш бабай күстәнәстәрен тапшырыу, таңға тиклем дискотека булды. Йырҙар башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә яңғыраны. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Хәким Мортазин менән билдәле пародист Илсур Тайсин концертты уйын-көлкө, шаярыу-төрттөрөү рухында алып барҙы. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусылар башҡортса яҙылған футболкалар һәм бағыусылар тәҡдим иткән башҡа бүләктәр алып ҡыуанды.
“Ҡурай” каналы, “МузБаҙар” телетапшырыуы, республиканың милли баҫмалары һәм башҡа ойошмалар үҙҙәренә оҡшаған артистарға махсус бүләктәрен тапшырырға онотманы. Өмөтлө йырсы Айҙар Хәмзин иһә “Башҡортостан” гәзитенең бүләгенә лайыҡ булды. Ул сығыш яһағанда ҡапыл музыка өҙөлөүенә ҡарамаҫтан, егет “тере тауыш” менән йырлауын дәлилләне. Афарин, Айҙар!
Концерт һәм дискотека башынан аҙағынаса видеокамераға төшөрөлдө, уны Яңы йыл байрамдары осоронда телевизор аша ла ҡарап буласаҡ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад