Сәхнәлә — “Минең ғаиләм” (авторы — Т. Дәүләтбирҙина, режиссеры — А. Абушахманов) спектакле. Тамашасы мөхәббәт темаһын ярата. Аяныслымы ул, күңеллеме, бәхетлеме, әллә киреһенсәме — быныһы мөһим дә түгел кеүек. Был спектаклдә лә ике йәш кеше араһындағы матур, ләкин һынауҙар аша үтергә тейешле һөйөү тарихы һүрәтләнә.
Һүҙем Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова тураһында. Ул — Әнисә менән Ишмулла Дилмөхәмәтовтарҙың ҡыҙы.
— Атайым гастролгә йыш йөрөнө, шуғалыр ҙа өйҙә булған ваҡыттары бала сағымдың матур иҫтәлеге булып күңел түрендә һаҡланып ҡалған, — тип һөйләй Шәүрә апай. — Ул нисектер ауыҙын асмай ғына төрлө йәнлектәр, ел-дауыл тауыштары сығара, ә мин иҫем китеп тыңлайым. Үҙемде әкиәт донъяһындағылай хис итәм. Ғөмүмән, атайым кескәйҙәрҙе яратты. Өйгә дуҫтары балалары менән килһә, улар менән сәғәттәр буйы уйнай торғайны. Күрәһең, ғаилә тормошон танһыҡлауы ла үҙенекен иткәндер. Һәр саҡ юлда үткән артист тормошо еңелдән түгел бит.
Шәүрәгә кескәй сағында пианино һатып алып бирәләр. Мәктәпте тамамламаҫборон уҡ ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының әҙерлек бүлегендә уҡый башлай һәм бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ юғары уҡыу йортона инә. Эльвира Юнысова, Миңзәлә Хәйруллина, Әхмәр Әхмәҙуллин, Илдар Ғүмәров, Илдар Сәйетов, Азат Нәҙерғолов — курсташтары.
Шәүрә Дилмөхәмәтова бик күп ролдәрҙе сәхнәгә сығарҙы. Һуңғы йылдарҙа ул М. Кәримдең “Ай тотолған төн”өндә Зөбәржәт, М. Ғиләжевтең “Һөйәм, һағынам” спектаклендә — Бибибаныу, С. Әбүзәрҙең “Хыялый”ында Шәрифә ролдәрен яратып башҡарҙы.
Күптән түгел генә Әнисә Хәйретдин ҡыҙы Дилмөхәмәтованың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Артур+Нэнси” спектакленең премьераһы булып үтте. Шәүрә Ишмулла ҡыҙы әсәһенең уңышы өсөн дә ихлас күңелдән һөйөнә, сөнки театр — уларҙың йәшәү рәүеше генә түгел, булмышы ла.
Фәниҙә ИСХАҠОВА.