Һәр кемдең яратҡан байрамы бар. Берәүҙәр ашҡынып Яңы йылды көтөп ала, икенселәр өсөн Еңеү көнө яҡын, өсөнсөләр тыуған көнөн ярата. Ә бына эшләп йөрөгәндәрҙең барыһы өсөн дә һөнәри байрамдары – иң ҡәҙерлеһе. Бөгөн ошо арала үҙҙәренең байрамын билдәләгән нефтселәр тураһында һүҙ йөрөткө килә. Улар хаҡында республиканың иҡтисадын билдәләүсе төп һөнәр эйәләре, тип әйтһәң дә артыҡ булмаҫ кеүек.
Башҡортостандың иң күп нефтселәре “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһында эшләй. Әлбиттә, был абруйлы һәм хөрмәтле һөнәрҙең дә үҙ профессиональ көнө бар. Предприятие быйыл уны киң ҡолас менән билдәләргә булды. Һөҙөмтәлә нефтселәр өсөн генә түгел, ә барлыҡ баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына байрам бүләк иттеләр.
Уҙған йома Салауат Юлаев майҙаны янында Нефтселәр көнө билдәләнде. Төштән һуң башланған байрамда халыҡ мыжғып торҙо. Унда нефтселәр генә түгел, ә ял итергә сыҡҡан башҡа кешеләр ҙә күңел асты. Тышта ҡуйылған ҙур сәхнәнән йыр-моң яңғыраны, бер яҡ ситтә йылы сәй, тәм-том менән сауҙа ойошторолдо. Өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла күңел асыу саралары ҡаралғайны. Һәр бер теләгән кеше компанияның символдары менән фотоға төштө һәм шунда уҡ бүләккә һүрәтен алып ҡыуанды, видео төшөрөү кабинаһына инеп, үҙе тураһында клип эшләй алды. Былар айырыуса бала-саға күңеленә хуш килде. Ғөмүмән, байрамдың бәләкәй ҡунаҡтары өсөн күңелле саралар байтаҡ ойошторолғайны. Уларҙы шаян клоундар уйнатты, шарҙан төрлө уйынсыҡтар эшләп бүләк итте, конкурстар үткәреп һәр береһен бүләкләне. Майҙанға килгән һәр кемде тәмле күстәнәстәр менән һыйланылар. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам кәйефе мул бүләк ителде.
Тантанаға ҙур ҡунаҡтарҙың килеүе уға мәртәбә өҫтәне. Нефтселәрҙе “Башнефть”тең директорҙар советы рәйесе Феликс Евтушенков һәм компанияның президенты Александр Корсик ҡотланы.
— Беҙ байрамды бер аҙнаға һуңлап үткәрһәк тә, уны бөтә ҡала халҡы өсөн бүләк итәбеҙ. Барлыҡ нефтселәрҙе, “Башнефть” хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам
менән ҡотлайым. Нефть табыу һәм эшкәртеү ил, төбәк, беҙҙең ғаиләләр иҡтисады өсөн бик мөһим тармаҡтарҙың береһелер, моғайын, — тине Феликс Евтушенков. — Һөнәри байрам һәр саҡ көтөп алына. Был көндә бер аҙға ғына туҡтайһың да, артҡа әйләнеп, үҙ ҡулдарың менән нимә эшләгәнеңә, нимә булдырғаныңа ҡарайһың. Беҙҙең эш күҙгә күренә, уны аҙаҡ балаларыңа күрһәтәһең, атай-әсәйең алдында ғорурланып маҡтанаһың. Һеҙ беҙҙең тормошто яҡшыраҡ һәм ҡыҙығыраҡ итәһегеҙ.
Феликс Евтушенковҡа “Башнефть”тең етәксеһе Александр Корсик та ҡушылды.
— Бөгөнгө сара беҙҙең компанияның ғына байрамы түгел. “Башнефть” — ҙур, ҡеүәтле Башҡортостандың бәләкәй генә бер өлөшө. Әгәр республика, уның халҡы яғынан даими ярҙам булмаһа, 81 йыл дауамында беҙ уңышлы нефть таба һәм уны эшкәртә алмаҫ инек. Шуға күрә был барлыҡ республиканың байрамы, — тине Александр Леонидович. — Мин 15 йыл самаһы элек ошо мөхиткә килеп эләктем. Тармаҡта бик яҡшы, үҙенсәлекле кешеләр эшләй. Күптәр нефть табыуы еңел тип уйлай. Был мөхиткә башкөлләй сумғас ҡына бының ни тиклем ауыр, юғары технологиялар талап иткәнен аңлайһың, һәр кемдең ҙур тырышлығы талап ителә. Тышта ямғыр һибәләп тороуына ҡарамаҫтан, халыҡтың күп килеүе беҙҙе һөйөндөрә. Ғаиләләрегеҙгә бәхет, һаулыҡ, шатлыҡтар теләйем.
Байрамдың иң мөһим өлөшө — һөнәр алдынғыларын билдәләү. Был — “Башнефть”тең матур йолаһы. Бер юлы ете номинацияла иң-иңдәр билдәләнде.
Быйылғы еңеүселәр түбәндәгеләр:
“Иң яҡшы нефть сығарыу” — “Арланнефть” нефть-газ сығарыу идаралығы;
“Иң яҡшы эшкәртеү” — “Башнефть-Новойл” филиалы;
“Иң яҡшы АЗС” — “Башнефть-Оренбургнефтепродукт” филиалының 62-се АЗС-ы;
“Иң яҡшы сервис” — “Арлан промысла юлдарын тәртиптә тотоу идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;
“Нефть династияһы” — Наил Әлим улы Ибраһимов һәм уның ғаиләһе;
“Сифат билдәһе” — “ОЗНПО” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ижади коллективы;
“Башнефть”тең легендаһы” — Ғүмәр Теләшев;
— “Президент премияһы” — Эльвира Ноғоманова, Виктория Агаркова, Альбина Гәрәева, Галина Щербакова.
Беҙҙе “Башнефть”тең легендаһы” тигән номинация еңеүсеһе ҡыҙыҡһындырҙы. Олпат ҡына сабыр ағай Ғүмәр Теләшев ине. 82 йәшлек Ғүмәр Ғариф улы ғүмеренең 63 йылын нефть тармағына бағышлаған.
— 1950 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводына эшкә килдем, бер нисә йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводына күстем, хәҙер уны “Новоил” тип йөрөтәләр. Хеҙмәт юлын оператор ярҙамсыһы булып башланым, аҙаҡ оператор, установка начальнигы, цех начальнигы һәм башҡа бик күп вазифаларҙа эшләнем, — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Ғүмәр Ғариф улы.
Бөгөн ул Нефть химияһы эшкәртеү институтында баш технолог вазифаһын башҡара. Шулай уҡ ул үҙе нигеҙ һалған нефть химияһы эшкәртеү проект-
технологик институты ла бар икән. Ҙур тәжрибәле белгес янынан йәштәр өҙөлмәй. Уларҙың институтында Өфө дәүләт нефть техник һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттарының кафедралары бар. Ул унда йәш белгестәр, студенттар менән шөғөлләнә.
— Бөтә ғүмеремде ошо компанияға бағышланым һәм бер ҙә үкенмәйем. Бының менән ғорурланам. Ғаиләбеҙҙә нефтселәр династияһы үҫеп сыҡты, улдарым, хәҙер ейәндәрем дә ошо эште дауам итә, — тине ул.
“Президент премияһын” Александр Корсик үҙе тапшырырға сыҡты.
— Махсус премияға лайыҡтар бик күп. Ә быйыл улар ҡатын-ҡыҙҙар ине. Гүзәл заттарҙың бөтәһе лә лайыҡ, улар араһында иң-иңен һайлап алыуы еңел түгел, шуға күрә премияны бөтәһенә лә бирәм, — тине ул.
Байрамдың рәсми өлөшө тамамланғандан һуң ҙур концерт ойошторолдо. Компанияның үҙешмәкәр артистары йырланы. Шулай уҡ Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары ла сығыш яһаны.
— “Башнефть” ҡала халҡы өсөн матур байрам ойошторҙо. Айырыуса улыбыҙ Әмиргә бик оҡшаны. Ул фотоға төштө, клоундар менән уйнаны. Ирем яңы ғына был компанияла эшләй башланы, шуға күрә беҙҙең ғаиләнең байрамы был, — тине Илүзә Теләүғолова.
— Байрамға яңылыш ҡына килеп эләктек. Урам буйында йыр-моң ишетелгәнгә килеп ҡараһаҡ, бында матур сара ойошторолған икән. Уйламағанда күңел асып ҡайттыҡ, — тине Илдар менән Ләйсән.
— Компания үҙенең һөнәри байрамын ҙур майҙанға сығарып билдәләүе яҡшы күренеш. Беҙ уларҙың алдынғы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡыуандыҡ, матур концерт ҡараныҡ, — тине Фирүзә исемле ханым.
Тышта бер аҙ ямғыр яуып, көн боҙолоуға ҡарамаҫтан, халыҡ майҙандан китергә ашыҡманы, ҡулсатыр аҫтында булһа ла матур тамаша ҡарап ҡайтты.