Беҙгә "камалсылар" килә11.09.2013
Беҙгә "камалсылар" килә15—22 сентябрҙә Өфөлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры гастролдәре була.

Ҡунаҡтарҙы Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡабул итә. Гастролдәр тураһында фекер алышыуҙа театрҙың етәксеһе Фәрит Бикчәнтәев билдәләүенсә, ысын театр бинаһында сығыш яһау — үҙе үк ҙур шатлыҡ.
Ете спектаклдең алтауһы татар драматургтары әҫәре буйынса ҡуйылған.
Фәрит Бикчәнтәев заманса милли репертуарҙы тулыландырыу йәһәтенән республикала 2003 йылдан алып "Яңы татар пьесаһы" тип аталған конкурс уҙғарылыуы хаҡында һөйләне. Йәш авторҙар йыл һайын кәмендә 60 пьеса тәҡдим итә. Шуларҙың ике-өсө ҡуйыуға алына. Һайлап алыу һөҙөмтәһе буйынса иң яҡшы ун әҫәр ингән йыйынтыҡ баҫылып сыға һәм милли театрҙарға ебәрелә. Бәйгенең бағыусыһы — Татарстандың ҙур энергетика компанияһы. Ул авторҙарға премияға ла аҡса бүлә. Иң яҡшы пьеса ижад итеүсегә 100 мең һум тапшырыла. Шулай ҙа Камал театрының художество етәксеһе фекеренсә, йәш драматург өсөн иң мөһиме — пьесаһының ҡуйыуға ҡабул ителеүе.
Татар театры Өфөгә "Принцесса Турандот" спектаклен алып килә. Уның нигеҙенә Кәрим Тинчуриндың тәржемәһе һалынған. Спектаклде ҡытай режиссеры Ма Дженьхон ҡуйған. "Спектакль Пекинда уңышлы барҙы, Өфө тамашасыһы ла уны баһалаһын ине", — тине Фәрит Бикчәнтәев.
"Әрем еҫе" пьесаһын башҡорт режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйҙы. Өфөләргә шулай уҡ Радик Барыев менән Илгиз Зәйниевтең ижади эштәре лә тәҡдим ителәсәк.


Вернуться назад