“Тел тейҙерә күрмә телеңә!”11.09.2013
“Тел тейҙерә күрмә телеңә!”Шағирҙы аңларға теләһәң, уның тыуған яҡтарын барып күр, ул эскән һыуҙы тәмлә, тупрағына баҫ, тиҙәр… Ә мин Әбйәлилдә булдым, бына утыҙ йыллап Әсхәл Әхмәт-Хужа поэзияһын беләм-тоям кеүек.

Уның сәхнә түренә баҫып, күкрәк киреп, ғорур бөркөттәй саңҡып шиғыр уҡыуы әлегеләй күҙ алдымда… Ысынлап та, Әсхәлдең генә телендә, уның ғына башҡарыуында ниндәй аһәңле яңғырай был һүҙҙәр:
Нисә йөҙ быуын зат-ырыуым
Тас башҡортса
ғына һөйләгән…
Минең дә шул һәр
бер молекулам,
Туған телем, һиңә көйләнгән.
“Башҡорт теле”, “Салауат”… Аҙаҡ шағир был әҫәрҙәрен программа шиғырҙары тип атаясаҡ. Ысынлап та, уның һәр өнө, һәр һүҙе ауыҙ тултырып, матур итеп башҡортса әйтелгән әҫәрҙәр ниндәйҙер ярһыу оранға, пафослы саҡырыуға һәм раҫлауға оҡшап тора.
Туған тел бит һинән элек
тыуған, –
Тел тейҙерә күрмә телеңә!
Туған тел бит Ағиҙелгә
йәштәш, –
Сүп ташлама Ағиҙелеңә!
Һуңынан шағир бер китабын юҡҡа ғына “Оран” тип атамаясаҡ. Шағир оран һала иленә, шиғри тел менән өндәшә халҡына, ниндәйҙер рухи ҡиммәттәрҙе күңелгә беркетергә тырыша.
Йот йылында минән
китеүселәр түнеп!
Һеҙгә өндәшәм – мин,
һеҙҙең төйәгегеҙ:
“Тыуған ерҙән яҡшы туйған ер”,
тип, һүнеп,
Оноттомо мине
һимеҙ йөрәгегеҙ?
Әсхәл шиғриәте — халҡына мөрәжәғәт, уны уятыу… Нәҡ шиғри һүҙ менән күңелгә үтерлек итеп әйтеү:
Бик кәрәкһә – тап мин,
атлы башҡорт,
Йондоҙҙарға тарих һөйләйем;
Ҡая ташҡа баҫып, илгә бағып,
Халҡым рухын
йырлап көйләйем.
Салауат батыр ҙа халҡына шиғри һүҙ менән мөрәжәғәт иткән, илгә шиғри оран һалған. Батыр образы шуға Әсхәл поэзияһы үҙәгендә: лирик герой үҙен уға иш итә.
Аҡ күбеккә төшкән
тулҡынмы ни,
Ут йәшнәтә заман тәнемдә…
Бында шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр: шиғыр, шиғри һүҙҙең төп функцияһы ла шул түгелме? Шиғри телмәр менән халыҡҡа һүҙ әйтеү, нәҡ шулай уны үҙ артынан эйәртеү… Алыҫта ҡалған яуҙар шаңдауы, батырҙарҙың илгә хеҙмәте үҙенән-үҙе шулай ҡобайыр, шиғри телмәр формаһы һорап тора.
Шул яҡтан ҡарағанда, Әсхәл Әхмәт-Хужаның шиғырҙары сәхнәнән уҡыу, тантаналы шарттарҙа аһәңле итеп башҡарыу өсөн отошло. Әсхәл — сәхнә шағиры, майҙан шағиры, ләкин ул – барыбер лирик шағир… Ижады һуҙымында ул төрлө темаларға, бихисап шиғри формаларға мөрәжәғәт итте. Уның гражданлыҡ лирикаһынан тыш, матур мөхәббәт шиғырҙары, пейзаж әҫәрҙәре күп.
Ергә баҫтым, күккә баҡтым…
Уңда – дуҫтар, һулда –
ҡоштар,
Сыңрап килә яҙҙар, ҡыштар,
Йөрәктә – тынмаҫ алҡыштар!
“Ергә баҫтым, күккә баҡтым”, “Һыбай сыҡтым”, “Ҡыҙыл буйы ҡыҙҙары”, “Мөхәббәт урманы”, “Һылыуым”, “Әбйәлил ҡайындары”, “Ҡараташ ҡаяһында” әҫәрҙәре…
Шиғриәткә ул “Һыбай сыҡтым” тигән елле йыйынтығы (1968) менән йәп-йәш көйө килеп ингәйне. Ярһыуҙар, сәмләнеүҙәр, оло өмөттәр, аҙыраҡ ҡупайыуҙар ҙа булманы түгел; әлбиттә, ҡәләмдәштәре лә, тәнҡит тә сая шағирҙы күтәреп алды, уға арнап етди тәнҡит мәҡәләләре баҫылды. Әсхәл Әхмәт-Хужа баштан уҡ оло, яуаплы эштәргә егелде, “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир урынбаҫары булды. Ярһыу йөрәкле, сәмле, ҡәләмле лә, хисле лә егет ине. Сәсән телле, тура һүҙле. “Бәйге” (1972), “Оран” (1980) ише китаптары донъя күрҙе. Шағир Стәрлетамаҡҡа китте, унда “Ашҡаҙар” әҙәби берекмәһен ҡабаттан тергеҙҙе, тағы баш ҡалаға – Өфөгә ҡайтты, вузда уҡытты, доцент булды. Оҙаҡламай, ҡатыны Лүзә ханым сирләгәс, тыуған яҡтары – Әбйәлилгә ҡайтты.
Айлы кистәр
яҡут-зөбәржәттәй
Нурҙар сәсә беҙҙең ғәзиз ил…
Аҫыл халҡым! Алтын
ҡулдарыңдан,
Аҡ күңелеңдән балҡый
Әбйәлил!
Әбйәлил – ғәзиз ил, Ҡырҡты тау, Ҡыҙыл буйҙары…
Әбйәлилгә ҡайтып өй һалды, тыуған ерендә ныҡлы тамыр йәйҙе ирмен тигән ир Әсхәл Әхмәт-Хужа. Ана шундайҙар башҡорттар Ватанын тота. Яҡташтары менән ҡатышып йәшәй шағир, улар менән ҡайғыһы, һағышы-һөйөнөсө менән уртаҡлаша.
Әсхәлдең шиғриәте туған халҡы теленән, ауыҙ-тел ижадынан һут ала. Бында ҡобайыр, робағый, әйтеш, ҡисса формалары йыш ҡулланыла, хатта ки ҡайһы берҙә Әсхәлдең шиғырҙарын халыҡ ижады өлгөләренән айырып алырлыҡ та түгел. Әсхәл теле – оҫталарса шымартылған, халыҡ теленең үҙенсәлектәрен, өн-яңғырашын һаҡлаған тел. Сәсән ише шағир бер әйтә, берәгәйле әйтә. Үҙенең иле лә Шафиҡ Тамъяни, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаевтар яғы бит.
Гәрсә бөгөнгө башҡорт поэзияһы халыҡ ижадынан ғына түгел, ә бүтән халыҡтар шиғриәтенән дә һут ала булыр. Был тәңгәлдә иң мөһиме: башҡа инештәр һыуын тәмләп, үҙ тауышыңды, үҙ стилеңде юғалтмай һаҡлап ҡалыу… Әсхәл Әхмәт-Хужа шиғриәте күптән күҙ алдында, ул алыҫ тарафтарҙа ла танылыу алған. Мәҫәлән, китаптары сыуаш, татар, урыҫ телдәрендә баҫылды, шағир үҙе лә бик күп оҫталарҙы – донъя әҙәбиәте маһирҙарын башҡорт телендә яңғыратты. Заманында “Ебәккә ынйы теҙелә” исемле күләмле шиғри йыйынтыҡ баҫтырҙы. Үҙенә күрә бер шиғриәт анталогияһы ине ул. Әсхәл – тәржемәсе, шулай итеп, телебеҙҙе бөтә донъя шиғриәтен ижад итер кимәлдәге тел тип иҫбатлап ҡуйҙы.
Әсхәл Әхмәт-Хужаны балалар яҙыусыһы ла тип атарға мөмкин. “Бәрәскәй” (1970), “Бөйрәкәй” (1985), “Ҡалтай менән Балтай мәрәкәләре” (1990), “Толпарым” (1992), “Балалар баҡсаһы” (1994), “Азамат менән ҡуян балаһы. Азамат и зайчонок” (1991), “Ямғыр тамсыһы. Веселый дождик” (2008) ише китаптар… Агния Барто, Корней Чуковский, Самуил Маршак һымаҡ, бихисап балалар әҙәбиәте өлгөләре тыуҙырҙы. Халыҡсанлыҡ рухы менән һуғарылған был әҫәрҙәрендә тәрбиәсе шағир кескәйҙәрҙе хәреф танырға өйрәтә, үҫмерҙәргә ололар тәжрибәһен күндерә. Теленең һутлы, образлы, тапҡыр булыуы, нәҡ башҡортса яңғырауы менән был әҫәрҙәр фольклор миҫалдарына яҡын. Шул килеш ал да балаларҙы уҡыт!
Шулай ҙа, минеңсә, Әсхәл Әхмәт-Хужа — барыбер яу ораны шағиры, киң майҙандар трибуны. Уның иң яҡшы әҫәрҙәрендә тарихтың иң хәтәр мәлдәрендә иң кәрәкле һүҙ әйтелә, шағир яу ораны ташлай, һүҙе менән артынан эйәртә.
Шиғриәттең халыҡ алдындағы төп бурыстарының береһе лә шунда бит: уҡыусыға хаҡ юл күрһәтеү, болғаныш мәлендә дөрөҫлөктө асыу, аһәңле һүҙ менән хеҙмәткә, яуға күтәреү, уның ойоп ятҡан намыҫын ҡуҙғатыу, хәтергә осҡон һалыу. Әсхәл Әхмәт-Хужаның ярһыу шиғриәте нәҡ ана шундай маҡсаттарға хеҙмәт итә лә инде.


Вернуться назад