Лауреаттар билдәле10.09.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов С.Т.Аксаков исемендәге әҙәби премияларҙы биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, премиялар заман әҙәбиәтен үҫтереүгә, берҙәм әҙәби-эстетик киңлекте, изге йолаларҙы, ватансылыҡты һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индергәне, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Алексей Кулешов менән Альберт Лихановҡа тапшырыласаҡ.
Алексей Кулешов Аксаковтар нәҫеленең тарихын өйрәнеү, уларҙың рухи мираҫын танытыу йәһәтенән ҙур ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Ул “Аксаковы. История разбитых судеб”, “Аксаковы: поколенная роспись” тигән ике монография, әҙәби-тарихи журналдарҙа С.Т. Аксаковтың тормошо, яҙмышы хаҡында мәҡәләләр баҫтырып сығарған. А.С. Кулешов — www.aksakoff.ru сайтының авторы, “Аксаковы. Семейные хроники” тигән өс сериялы документаль телевизион фильм сценарийын да ул әҙерләгән.
Альберт Лиханов — билдәле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәйҙең балалар фондына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе. Рәсәйҙең 78 төбәгендә А.А. Лиханов башланғысы менән балаларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән социаль программалар тормошҡа ашырыла. 1988 йылда ул Балалыҡ ғилми-тикшеренеү институтын ойошторған. Проза әҫәрҙәре өсөн Рәсәйҙең Дәүләт премияһына лайыҡ булған. Яҙыусының байтаҡ әҫәре сит телдәргә тәржемә ителгән һәм төрлө илдәрҙә йөҙ тапҡырҙан ашыу баҫылып сыҡҡан. Альберт Лиханов — Рәсәй белем биреү һәм тәбиғәт фәндәре академияһы академигы.