Милләтебеҙ лайыҡлыларҙы күтәрә белә10.09.2013
Милләтебеҙ лайыҡлыларҙы күтәрә беләКөйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһына Тамара апайҙың лайыҡ булыуын тәбрикләп, фекер әйтеү ине ниәтем. Яҡташтары ҙурлап, быйыл һабантуйҙа тапшырған бүләкте. Ихлас ҡыуандым башҡорт шиғриәтенең аҫыл һүҙ оҫтаһы өсөн! Һүҙ оҫтаһы ғынамы ни?! Тамара Ғәниева, үҙ халҡының фиҙакәр хеҙмәтсеһе булараҡ, ал-ял белмәй һүҙ сәнғәте донъяһында ғына түгел, ҡулынан килгән һәр ерҙә кешеләргә ярҙам итә.

Шағирәнең тыуған яҡтарында булғаным бар. Көйөргәҙе районының бәләкәй генә Кинйәбай ауылына матур юл үткән, газ-һыуынан халыҡ иркенләп файҙалана. Белеүемсә, быларҙың һәр береһенең атҡарылышында әҙибәнең ҡағылышы бар. Шәхестәр — тыуған яғын, тыуған ере лайыҡлыларын күтәрә, тигәндәре шулдыр, күрәһең.
Ғөмүмән, Тамара Ғәниева — ижадындағы кеүек үк, тормошҡа бик етди ҡараған шағирә. Ниндәйҙер билдәһеҙ бер хыял донъяһында йөҙмәй, киреһенсә, ул — яҡындарының, туғандарының, ауылдаштарының, дөйөмләштереп әйткәндә, халҡының ҡыуаныс-йыуанысын үҙе бергә күтәрешкән шәхес. Әйтерһең, тоғро һалдат кеүек, бына бөгөн сафта, бөгөн ярҙамға килергә әҙер генә түгел, ярҙамға ашҡына, килә, кеше, шәхес булараҡ бурысын атҡара.
"Ватандаш" журналын алдырыусылар уның йәшәйешебеҙ, тормошобоҙ, замана, уратып алған мөхит хаҡындағы яҙмаларын бик яратып ҡабул итә. Халыҡ унда үҙ кисерештәрен таный, уларға шағирәнең баһаһын күрә, шәхестең күңел сөңгөлдәренә баға. Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы, әйтерһең, әллә нисәмә кеше ҡуҙғата алмаҫтай йөктө бер үҙе күтәреп бара, иңдәрендә уның — ил ғәме, ер яҙмышы, тел асылы! Ил, тел, ер, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы хаҡында ул айырым ғына, береһен күтәреп барып торайым да, тегенеһен аҙаҡ килеп алырмын, тип фекер йөрөтмәй, ә барыһын бергә йөкмәп, нескә иңдәрендә, нәзәкәтлеге менән йөрәгендә, күңелендә, устарында күтәреп алып бара, һөйрәмәй ҙә, тартмай ҙа, ә күтәреп алып бара! Шунһыҙ булмай ҙа, сөнки шәхес үҙенең халҡының "ауыртан ерҙәре"н белһә лә, тура ҡарап атап әйтһә лә, ул күтәрмәй милләтен кем күтәрһен, кем халҡы өсөн яуға ташланырға әҙер торһон?! Шиғриәте менән бергә Тамара Ғәниеваның публицистикаһы ла халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителә, резонанс тыуҙырыуы шәхестең киң ҡоласлы фекер йөрөтөүенән, халҡы тормошон ситтән күҙәтеп түгел, ә йәмғиәт менән бер яҙмыш булып йәшәй белеүенән килә. Ошо көндәрҙә генә “Башҡортостан” биттәрендә донъя күргән көн ҡаҙағына һуҡҡан “Система” исемле мәҡәләһе – әйтелгәнгә ҡеүәт.
Элегерәк тә яҙғайным был фекеремде: Тамара Ғәниева — ғәмәлдә күптән халыҡ шағирәһе. Уның яҙмаларын һәр милләттәшебеҙ көтөп ала, фекеренә ҡолаҡ һала, уның йөҙөндә үҙенең асылын таный. Танылған әҙибә шиғриәтендә башҡорт һүҙ сәнғәте яңы бейеклек яуланы. Тамара Ғәниеваға халыҡ шағирәһе исемен юллайыҡ, тигән саҡырыуымды "Башҡортостан" гәзитен алдырыусылар ихлас ҡабул итеренә шигем юҡ минең. Милләтебеҙ, Аллаға шөкөр, лайыҡлыларын күтәрә белә. Көйөргәҙе районы хакимиәте лә, минеңсә, шуға аҙым яһай башланы.


Вернуться назад