Иҫерек Рәсәй
Үҙ мөлкәтен үҙе һатып эскән
Бер эскесе кеүек дәү илем.
Саҡ-саҡ иҫкән заман елдәренән
Саҡ йығылмай ҡала бәүелеп.
Алпан-толпан баҫып, иҙеү асып,
Атлап килә оло "ҡала"нан...
Һәр мөйөштә уны юлбаҫарҙар,
Фәхишәләр тора һағалап.
Балды һырып алған себен кеүек,
Ябырылған уға килмешәк.
Шул килмешәк һуңғы һутын һура,
Ултырта ла уға бер шешә...
Тартынмай ул бер кемдән дә,
хатта
Аманатын һатып ул эсә.
Беләм: иртән ҡоро ҡулдар ҡалыр
Һәм ҡапшарға ҡалыр буш кеҫә.
Үҙ мөлкәтен үҙе һатып эскән
Бер эскесе кеүек дәү илем.
Үҙ башына үҙе етмәҫ тимә,
Дөмөкмәҫ тә тимә, бер килеп!
* * *
Әле оҙаҡ-оҙаҡ
Сирләр Тыуған ил...
Блок.
Ниндәй ер был ғазаптары бөтмәҫ?
Ниндәй ил был бер ҙә мандымаҫ?!
Күҙҙәремә Рәсәй ере баға,
Ҡыш йонсоған арыҡ мал һымаҡ.
Яна-көйә уҙам яралары
Һулҡып ятҡан яҙғы ерҙәрҙән.
Рәсәй, ҡасан арынырһың икән
Үҙәгеңә үткән сирҙәрҙән?!
Ауырыу хәлен ауырыу ғына белә...
Әллә үҙем сирле булғанға,
Рәсәй, һыҙланыуың мин бит тоям
Үҙ тәнемдә әрнеү тойғандай.
Тома һуҡыр инең...
Күҙең асылып,
Инде сыҡтыҡ, тиһәк, яҡтыға.
Хәтәр батшаларҙан яманыраҡ
Бер "алланың" һалған яраһынан
Даръяларҙай ташып аҡты ҡан!
Ни мәғәнә хәҙер бар донъяға
"Беҙ таҙа!" тип һөрән һалыуҙан?!
Ыҙалата әле шәхес культы,
Бюрократлыҡ тигән һалыуҙар...
Тик һин ҡурҡаҡ йәндәй көн күрмәнең,
Йәшәү сәмең булды көслөрәк.
Бөгөн күтәрелгән йәш үләндәр
Ҡарт йөҙөңә ниндәй төҫ бирә!
Ниндәй ер был ғазаптары бөтмәҫ?!
Ниндәй ил был мәңге мандымаҫ?!
Сәсрәп китеп ауырып ятҡанда ла
Дошманынан билен алдырмаҫ.
Туҡай урамында
тыуған шиғыр
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр.
Н. Нәжми.
Туҡай урамында илаһи мәл —
Алтын миҙгел итә тантана.
Йырлап торған Нәжми йүкәһенән
Япраҡ түгел, гүйә, моң тама.
Өй(ө)рөлөп-өй(ө)рөлөп япраҡ бейей,
Тирә-яғым — тынмаҫ йыр ҙа моң.
Был урамға, баҙнатлығым етеп,
Ҡайҙан, ҡасан килеп индем һуң?!
Кем мин бында?
Үҙ-үҙҙәрен алдап йөрөгәндәр
Минән башҡа бында аҙҙыр шул.
Хыялдарым юлдан яҙғанда ла,
Аҙаштыра күрмә, яҙмышым.
Бында бер нәмә лә артыҡ түгел,
Барыһы ла бында бер бөтөн.
Аң етмәҫлек бөйөклөккә бәрелеп,
Селпәрәмә килә өмөтөм.
Алтын миҙгел...
Урам...
Йырсы йүкә...
Ә мин кем һуң, бер сүп түгелме?!
Көҙгө елдәр хөкөмөнә ҡалып,
Өҙгөләнгән япраҡ шикелле
Баҫып торам...
Япраҡ тинем дә ул,
Шулай була ҡалһа, ҡана һуң...
Торған һайын шик-шөбһәле уйҙар
Нығыраҡ сапсый намыҫ яраһын.
Үкенмәҫ тә инем (тағы хыял!)
Был урамда үткән ғүмергә,
Йүкәләрҙең бер япрағы булып,
Йырлай-йырлай төшһәм мин ергә.
***
Башҡортостан — сабыр инәм минең,
Иҫкә төшһә һинең ҡыҙ сағың,
Үкенестән күк үләнгә ятып,
Килә минең үкһеп илағым.
Ҡарағайҙай ғорур һының ҡайҙа,
Ҡайҙа һинең сая, шуҡ сағың?
Йөрәгеңдең утын һүндерҙе бит
Ҡырыҫ ирҙең һалҡын ҡосағы.
"Йым-йым" килгән күл-күҙҙәрең ҡайҙа,
Ҡайҙа ҡалын "йәшел толомоң"?
Көндөҙҙәрен көсләп йылмайҙың да
Күк бүреләй төндә олоноң.
Үпкәләйем ата-бабаларға
Һөймәгәнгә көсләп биргәнгә.
Зөлхизәнең аһ-зарҙары булып
Күҙ алдына килә үткәндәр.
Ҡандай сафлыҡ, паклыҡ мыҫҡылланған,
Ниндәй бәхет-далан урланған!
Башҡортостан, был донъяла юҡтыр
Бүтән яҙмыш һиндәй хурланған...
Мәңге айнымаған ир ҡулында
Әйләндең һин күндәм бисәгә,
Бөгөнгөңдә күреп йәнем әсей,
Ниҙәр булыр икән иртәгә?