“Театр төнө” ҡыҙыҡлы булмаҡсы07.09.2013
“Театр төнө” ҡыҙыҡлы булмаҡсыМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы йәйге ялдан һуң йәнә ижади эшен башланы.

Быйыл театр 94-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫа. Киләһе йыл – юбилей йылы. Миҙгелдең тәүге йыйылышында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов бик күп ижади пландар һәм алда торған мөһим ваҡиғалар хаҡында һөйләне.
Коллектив ялда саҡта театр өсөн ҙур ваҡиға булды – “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға” ижади проекты (башҡорт халыҡ легендаһы буйынса Таңсулпан Ғарипованың әҫәре, режиссеры – Олег Ханов, музыка авторы – Урал Иҙелбаев) Президент грантына лайыҡ булды. Был әҫәр буйынса репетициялар тәүге көндән үк бик әүҙем башланды. Спектаклдең премьераһы ноябрь урталарында көтөлә.
Театр быйыл да балалар өсөн Яңы йыл әкиәте әҙерләй – Н. Носовтың “Белмәҫйән мажаралары”н (З. Бураҡаева инсценировкаһы) йәш режиссер З. Сөләймәнов сәхнәләштерә. “Ҡара йөҙҙәр” (М. Ғафури, инсц. авторы – Ш. Ғилманова, режиссеры – Айрат Абушахманов) спектакле 2014 йылдың тәүге премьераһы булыр, моғайын. Киләһе миҙгелдә И. Германдың “Ғәфү ит мине!” драмаһы ҡуйыласаҡ. Әйткәндәй, быйылғы миҙгелдә тамашасы “Заманса Рәсәй пьесаһы”ның береһе менән дә танышасаҡ.
Театр портфелендә үҙ сиратын көткән Х. Ирғәлиндең “Варфоломей төнө тыныс була”, Жан Сармандың “Ма-Мурэ”, Ә. Ғаязовтың “Яңғыҙҙар ташы”, З. Муллағәлиеваның “Ҡурайбикә”, милли әҙәби мираҫыбыҙ – Д. Юлтыйҙың “Ҡарағол”, Т. Миңнуллиндың һис ҡасан көнүҙәклеген юғалтмаҫ “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” әҫәрҙәре яҡын киләсәктә донъя күреренә ышаныс ҙур. Театр, әлбиттә, һәр ваҡыттағыса, милли әҫәрҙәргә өҫтөнлөк бирә, төрлө жанрҙағы пьесалар ҡуйыла.
Башҡортостандың халыҡ артистары Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәров һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовтың бенефис кисәләрен уҙғарыу күҙ уңында тотола, әҙәби-драматик кисәләр, театр концерттары быйыл да бихисап буласаҡ.
Миҙгелдең тағы бер яңылығы – театр янында балалар студияһын асыу. Ул киләсәккә ижади кадрҙар, йәш тамашасылар тәрбиәләү мәктәбе булыр тип өмөтләнәбеҙ.
12 сентябрҙә “Театр төнө” лә бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Миҙгел 12 октябрҙә М. Кәрим пьесаһы буйынса “Ай тотолған төндә” спектакле менән асыла. Тамаша алдынан театр майҙанында Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримгә арналған яңы миҙгелгә поэтик инеш ҡарай аласаҡһығыҙ.


Вернуться назад