Һеҙҙең менән киләсәк яҡтыраҡ07.09.2013
Һеҙҙең менән киләсәк яҡтыраҡТабиптар, уҡытыусылар, нефтселәр, район хакимиәте башлыҡтары, предприятие етәкселәре һәм ябай эшселәр... Беҙҙең республикала Ватан мәнфәғәтендә тырышып эшләгән һәр кемдең хеҙмәте тейешле баһалана. Быға дәлил итеп кисә Республика йортонда үткән алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһын да күрһәтергә була.

— Наградалар тапшырыу шул тиклем күңелле. Уларҙың бөтәһе лә лайыҡлы, күп йылдар дауамында ауыр хеҙмәт, яуаплы эшмәкәрлек менән яуланған, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн шарттар еңел түгел: бөтә донъялағы кеүек үк иҡтисади үҫеш кимәле түбәнәйә, ил предприятиелары, шул иҫәптән Башҡортостандың тауарҙарына ихтыяж кәмей. Тик беҙ төшөнкөлөккә бирелмәй артабан эшләйбеҙ һәм хәлдең яҡшырыуына өмөт итәбеҙ.
Наградалар бик абруйлы һәм төрлө ине. “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Александр Артюхов Почет ордены менән бүләкләнде. Предприятиеның тағы ике хеҙмәткәре — баш технолог Сергей Симонов менән токарь Флидә Зәйҙуллина илдең атҡаҙанған машина эшләүсеһе тигән маҡтаулы исем алды. Республика Фәндәр академияһының академик-секретары Вил Тимербулатовтың хеҙмәте Дуҫлыҡ ордены менән баһаланды. Йәш, ҡыйыу егеттәр Юрий Михайлов менән Александр Федулов “Һәләкәткә тарыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы алды. Шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, машина эшләүсеһе, юғары мәктәп, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәҙәниәт, нефть һәм газ сәнәғәте, физик культура хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусыһы тигән исемдәр ҙә үҙ эйәләрен тапты.
“Дәүләт халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең уҡыу-уҡытыу үҙәге” дәүләт учреждениеһы директоры Тәлғәт Сәғитов Салауат Юлаев ордены кавалеры булды.
Һәр кем хеҙмәтенә юғары баһа биреүҙәре өсөн рәхмәтен белдерҙе, артабан да тырышып эшләргә һүҙ бирҙе.
— Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, уңыштар теләйем. Эшмәкәрлегегеҙ республиканың үҫешенә йүнәлтелһен ине. Һеҙҙең кеүек эшһөйәрҙәр булғанға ла Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге яҡтыраҡ, — тине тантана һуңында Рөстәм Зәки улы.

РЕДАКЦИЯНАН:

Заманында “Башҡортостан” гәзите мөхәррире булып эшләгән хөрмәтле өлкән ҡәләмдәшебеҙ, остазыбыҙ Тәлғәт Ниғмәтулла улы СӘҒИТОВТЫ лайыҡлы дәүләт бүләге менән ихлас ҡотлайбыҙ.


Вернуться назад