Бына, исмаһам, тамаша!07.09.2013
Өфөнөң ошоғаса бындай тамаша күргәне юҡ ине әле. Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда классик музыка уйнай. Көнө лә махсус һайлап алынғанмы ни: йылы, ҡояшлы кис. Халыҡ хәтфә үләнгә ултырып иҫ китмәле концерт тыңланы.

“Башҡортостанда тыуғандар” проекты сиктәрендә ойошторолдо был ҙур шоу. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 15 миллион һумлыҡ Президент гранты бүленгәйне. Өфөләр өсөн Башҡортостанда тыуған, уҡыған йәш һәм исемдәре донъяға билдәле музыканттар сығыш яһаны. Улар араһында гобойҙа уйнаусы Людмила Михайлова, билдәле ағалы-ҡустылы Ханнановтар (скрипкала — Сыңғыҙ, виолончелдә — Искәндәр), кларнетсы Артур Назиуллин, пианист һәм композитор Андрей Парфенов, саксофонсы Олег Кирәев, йырсылар Юлиә Сукманова, Әлфиә Кәримова, Илһам Вәлиев бар ине.
Уларҙың бөтәһе менән бергә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры сығыш яһаны. Тамашала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хоры ла ҡатнашты. Ә тәүге номерҙы арҙаҡлы ҡурайсы Роберт Юлдашев менән бергә башҡарҙылар.
Концерт барған майҙанға йыйылыусылар күп ине. Ғаиләһе, балалары менән ял итергә килеүселәр ҙә етерлек.
— Минең ошоғаса бындай концерт күргәнем булманы. Күҙ алдына килтереп кенә ҡарағыҙ әле: классик музыка — асыҡ һауала! Ҡорамалдар ҙа бик яҡшы күрәһең, тауыштары көслө, йыраҡтан да ишетелде, — тине Дилә менән Алмас Ғәлиуллиндар.
— Классик музыка яратам, һәр концертҡа йөрөргә тырышам. Ә бында республикабыҙҙың күп “йондоҙҙары” бер юлы йыйылған, билет та алырға кәрәкмәй, халыҡ өсөн бушлай концерт ойошторолдо. Ҙур рәхмәт! — тине Клара ханым.
— Классиканы күңелһеҙ тип уйлай инем, бөгөн ҡарашым үҙгәрҙе. Ифрат матур тамаша булды! — тине Зөлфиә менән Гүзәлиә исемле әхирәттәр.
Өс сәғәт самаһы барған сара һәр кемдең күңеленә хуш килде. Уның аҙағында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн тағы бер матур бүләк — салют атылды.


Вернуться назад