Милли әҙәбиәткә Рәсәйҙә урын бармы?29.12.2011
Милли әҙәбиәткә Рәсәйҙә урын бармы?Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы Мәскәүҙең Комсомол проспектындағы тарихи йортта урынлашҡан. Мөһабәт колонналары менән иғтибарҙы йәлеп итеп торған бинаға яҡынлашҡан һайын тулҡынланыуым арта төштө. Ә инде ҙур ишекте асып ингәндән һуң күңелемде моңһоулыҡ баїып алды. Ни тиһәң дә, бындағы һәр баїҡыс, һәр ишектең тотҡаһы Мостай Кәрим, Сыңғыҙ Айтматов, Рәсүл Ғамзатов, Давид Күгелтинов, Ҡайсын Кулиев, Александр Твардовский, Сергей Михалков кеүек баҡыйлыҡҡа күскән бөйөк шәхестәрҙең исемдәрен хәтерләтә ине. Ҡасандыр ошо йорт ялҡынлы шағирҙарҙың тауыштары менән тулған, фекер уртаҡлашыу урыны ла булған бит. Улар беҙҙең арала хәҙер юҡ инде. Илебеҙҙә әҙәбиәткә ҡараш та күптән башҡа. Көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә, башҡорт йәиһә бүтән милли әҙәбиәт вәкиленең Мәскәүҙә урыҫтелендә баїылған китабын табырмын тип уйлама. Был нимәгә бәйле һуң? Танылған шағир, Федор Тютчев, Александр Прокофьев, Михаил Салтыков-Щедрин исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаїары Геннадий ИВАНОВ менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ ошо хаҡта.
— Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе Валерий Ганичев әҙәбиәтебеҙҙе “сүп-сар” баїҡан осорҙа баҡырҙан алтынды айыра белеү кәрәклеге хаҡында әйткәйне. Бөгөн Союздың төп роле уҡыусыға саф рухи ҡиммәттәрҙе еткереүгә ҡайтып ҡала түгелме?
— Ысынлап та, Валерий Николаевичтың был турала сығыш яһағаны булды. Ә инде Союздың эшмәкәрлегенә килгәндә, ул күп яҡлы. Әле әйтеп кителгән проблема ла ойошмабыҙҙың иғтибарында, сөнки китап баҙары коммерция әҙәбиәте менән тулған. Шуға ла беҙ урыҫклассик һәм милли әҙәбиәт традицияларына таянып ижад иткән әҙиптәрҙең әїәрҙәрен юғары профессиональ планда заман уҡыусыһына еткерергә тырышабыҙ. Тормоштоң ҡыйынлыҡтары һәм шатлыҡтары тураһындағы уйланыуҙарға ҡоролған әїәрҙәр урын алырға тейеш. Нәҡ ошо йүнәлештә ижад итеүселәр менән беҙ эш итәбеҙ, уларҙың хеҙмәтенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Шул уҡ мәлдә табыш алыу маҡсатында яҙғандар ҙа бар, уларҙы беҙ коммерция әҙәбиәте вәкилдәре тибеҙ. Яҙғандарының да ғүмере бик ҡыїҡа, сөнки үлем-һуғыш, ыҙғыш-талашҡа ҡоролған детективтарҙы тыуҙырыусылар бер генә маҡсатты күҙ уңында тота. Мин уларҙы китап тип әйтергә лә тартынам, өйөмдәге кәштәлә лә ундайҙарға урын юҡ. Юғары художестволы әїәр менән “сүп-сар” араһында айырма ҙур тип әйтмәксемен. Уҡыусының бер аҙға ғына ҡыҙыҡһыныуын уятҡан, һис ҡасан да ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡылмаясаҡ китап сығарыусылар беҙҙең Союзға яҡын да килмәй. Улар белә: беҙҙә кимәл күпкә юғары.
— Илебеҙҙең һәр төбәгендә Рәсәй Яҙыусылар союзының филиалы бар. Улар менән бәйләнеш ниндәй кимәлдә?
— Беҙҙең Союз ҡайҙа ғына саралар үткәрмәһен, съезмы, кәңәшмәме, төбәктәр ситтә ҡалмай. Мәїәлән, Рәсәй әҙәбиәте көндәре даими үткәрелеп тора. Белгород, Орел, Липецк өлкәләрендә, Саха (Яҡут), Башҡортостан республикаларында был байрам гөрләп уҙҙы. Шундай саралар илебеҙҙең һәр төбәгендә йәшәгән ижадсыларға яҡындан аралашырға, фекер алышырға мөмкинлек бирә. Яҙыусы өсөн китап ҡына сығарыу төп маҡсат түгел бит. Үҙ ҡарашын булдырыу өсөн замандаш-әҙиптәре менән аралашыу мөһим. Бындай бәйләнеш Пушкин, Лермонтов, Гоголь ижад иткән осорҙа ла булған. Яңыраҡ ҡына Рәсәй Яҙыусылар союзының тамаша залында сыуаш шағиры Яков Ухсайҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Унда шағирҙың яҡташтары, ҡәләмдәштәре ҡатнашты. Тиҙҙән Яков Ухсай көндәре Чебоксарҙа ойоштороласаҡ, Мәскәү һәм башҡа төбәк яҙыусылары ла был байрамға саҡырылған. Өфөлә үткән Аксаков көндәре лә илебеҙҙең төрлө төбәгенең әҙиптәрен йыйып ала. Совет осоро менән сағыштырғанда, хәҙерге ваҡытта яҙыусылар ойошмаһының ҙур саралар үткәрергә мөмкинлеге тарыраҡ. Был осраҡта төбәктәргә таянысыбыҙ ҙур. Аксаков көндәрен үткәреү ҙә күп сығым талап итә. Уны ойоштороуҙы беҙ үҙ елкәбеҙгә ала алмаҫинек. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы етәкселеге яҙыусылар ойошмаһының һәр башланғысына, тәҡдименә ыңғай ҡарашта. Мөмкинлектән файҙаланып, бының өсөн рәхмәт белдерәм.
— Күреп-белеүемсә, һеҙ Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә. Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулаған ҡайһы башҡорт әҙибенең ижады һеҙгә таныш?
— Һис шикһеҙ, Рауил Бикбаевтың исемен әйтер инем. Уның ижадын юғары баһалайым. Прозаиктарҙан иһә урыҫтелендә яҙған Камил Йыһаншинды атарға кәрәк. “Алдан алтыны” (“Золото Алдана”) романын уҡып сыҡтым. Тел, стиль йәһәтенән дә көслө әїәр. Романдың геройҙары ла рухлы. Шундай геройҙар беҙгә үрнәк булып тора ла. Әмир Әминевтең дә прозаһын үҙ итәм. “Ҡытай-город” әїәре генә лә ни тора! Башҡорт әҙәбиәте вәкилдәренең бер нисәһен генә атауым милли әҙәбиәтегеҙҙең Рәсәй кимәлендә аҙ билдәле икәнен аңлатмай. Киреһенсә, башҡорт әҙәбиәте бай. Уға яңынан-яңы көстәр килә. Төп бәлә милли төбәктәрҙәге яҙыусыларҙың әїәрҙәре Мәскәүҙә сыҡмауында. Үҙәктә урыҫтелендә сыҡмағас, әїәрҙең даирәһе лә тарая.
— Төбәктәгеләрҙең китаптары Мәскәүҙә нәшерләнмәүе ниндәй мәсьәләгә бәйле һуң?
— Беренсенән, был баҙар иҡтисадына бәйле. Нәшриәт уҡыусы талабына яраҡлашып эшләй. Әйтәйек, милли республика яҙыусыһының йә- иһә шағирының китабын Мәскәүҙә баїтырыр алдынан һатып алыныуы хаҡында уйлаясаҡтар, сөнки, әйтеп үтелеүенсә, китап баҙарын бер көнлөк үтемле детективтар, триллерҙар яулап алған. Улай ғына ла түгел, беҙ ҙә үҙ әїәрҙәребеҙҙе сығара алмай баш ватабыҙ. Ярай әле төбәктәрҙең дәүләт ҡарамағындағы нәшриәттәре бар. Беҙҙең бит бындай ҙа мөмкинлегебеҙ юҡ. Бик һирәктәр генә бағыусылар ярҙамында китабын сығарыуға өлгәшә. Совет осоронда бындай проблемалар булмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике тиїтә йыл үтеүгә ҡарамаїтан, Рәсәй кимәлендә әлегә закон ҡабул ителмәне. Әҙиптең юбилейы уңайынан йә ниндәйҙер сериялар сығарыу өсөн генә аҡса бүленә лә ул, тик тәртипкә һалынған программалар бойомға ашырылмай. Шул уҡ башҡорт әҙибе әїәрен урыҫтелендә сығарыр өсөн тәржемәсегә түләргә тейеш. Ә үҙ кеїәңдән түләү мөмкин түгел, был эште бер кем дә бушлай атҡармаясаҡ. Әїәрең тәржемә ителһә лә, уны баїтырыу — үҙе бер бәлә. Аҙаҡ таратыу өсөн тағы ла сығымдар кәрәк. Был мәсьәләне хәл итеү буйынса ниндәй генә кимәлдә һөйләшеүҙәр алып барманыҡ, ыңғай һөҙөмтәһе юҡ. Китап сығарыу — дәүләт бурысы, шуға ла, системаға һалынған программа булмайынса, уны үҙ көсөбөҙ менән генә атҡара алмаясаҡбыҙ. Өмөтһөҙ — шайтан, тиҙәр бит, дәүләт ярҙамы буласағына ышанысты юғалтмайбыҙ әле.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.
Мәскәү ҡалаһы.


Вернуться назад