Капустинды оҙатыу06.09.2013
1946 йыл. Әсәйем май һатып, өҫ-башты бөтәйтеү ниәтендә танышы менән Өфөгә юллана. Баҙар ул саҡта хәҙерге авиация университеты тапҡырында ине. Быларҙың тауары бик шәп үтә. Тапҡан аҡсаға төрлө кәрәк-яраҡ алалар, әсәйем ҙур бер ялғаш та эләктерә. Шунан улар үҙәк универмагка — хужалыҡ әйберҙәре һатылған урынға юллана. Барып инһәләр, халыҡ сиратҡа баҫҡан. Уңдан да, һулдан да милиционерҙар тора, кейемдәре бөхтә, үҙҙәре шундай мәрхәмәтле. Улар юл күрһәтә:
— Проходите, товарищи, осторожно!
“Бик кәрәкле әйбер һаталарҙыр, халыҡ бигерәк күп”, — тип әсәйемдәр ҙә ағымға ҡушыла.
Сират яй ғына, ләкин туҡтауһыҙ алға бара. Әсәйем, үҙ ғүмерендә бындай тәртипте күрмәгән кеше, бик аптырай. Үҙенең бер ҡулында — төйөнсәк, икенсеһендә — яурын башы аша бауға бәйләнгән ҙур ялғашы. Ул милиционерҙан:
— Улым, бөгөн бында нимә һаталар? — тип һорай.
— Женщина, шагай, не мешай движению!
— Сәүиттәрҙе яманлаһалар ҙа, булдырам тиһәләр, булдыралар бит. Ай-һай, тәртип урынлашҡан. Берәү берәүҙе этмәй, ҡәбәхәт һүҙ әйтмәй...
Әсәйем сиратҡа ҡушылып, икенсе ҡатҡа күтәрелә лә аптырап шаҡ ҡата. Унда ике яҡта ике милиционер баҫып тора, үҙҙәре галстук таҡҡан, ҡулдарында — берәр сәскә. Бер мөйөштә тынлы оркестр уйнай. Ә залдың уртаһында — табут. Унда венок та ята: “Дорогому и уважаемому зам. зав. универмага Капустину”.