Ғәҙәткә кергән мәҙәк06.09.2013
"Уны кем өҫтәй?"
Ай буйы ураҙа тотоп, ошо айҙы ҙурлап, ҡәҙерләп-маҡтап һөйләп ултырған Йәнбикә инәй бер көндө: "Әй-й-й Алла, Рамаҙан айы ла бөтә инде. Яҡшы ай, яҡшы көндәр әрәм була, ике-өс көн генә ураҙабыҙ ҡалды", — ти икән. Уны тыңлап ултырған улы: "Әсәй, ураҙаға тағы ла ун көн өҫтәгәндәр ти бит", — тип әйтмәһенме! Был хәбәрҙе көтмәгән инәй үҙе лә абайламаҫтан: "Атаҡ, ҡороп ҡалғыр, уныһын кем өҫтәгән тағы?" — тип һорау менән яуаплаған.
"Тәк и надо, йылындыңмы?"
Йәнбикә инәй гелән генә аяғы өшөүгә зарлана торған булған. Шуның өсөн йәй көнө лә быйма кейеп йөрөй торғайны. Бер көн ҡунаҡ саҡырған да аш-һыу әҙерләп йөрөй был.
Ҡунаҡтары килеп бөткәс, аш-һыу ултырта башлаған. Абайламаҫтан бер туҫтаҡ эҫе аш аяғына түгелмәһенме!
"Аяғым беште!" — тип яу һалып ҡысҡырмаған ул. Ипләп кенә: "Йә, гелән өшөп йөрөй торғайның, йылындыңмы? Тәк и надо!" — тигән, ти.
Әле лә ауылда берәй кеше аяғын йә ҡулын бешерһә, шуны иҫкә төшөрөп: "Йылындыңмы, тәк и надо!" — тиҙәр.
"Маяныҡы не видал, мая задом стоял"
Был ваҡиға һуғыштан һуң, мин бала саҡта булған. Ул ваҡытта иген бик мул уңыш бирмәгән. Аҙ-маҙ ғына булһа ла, урып-йыйып, эш итергә кәрәк бит инде. Ураҡ ваҡыты еткәс, ҡатын-ҡыҙ ырҙын табағына эшкә бара. Бәҙерниса (дүрт балалы ҡатын) менән әхирәте Миңлекамал да (өс балалы) шунда эшләй. Икеһенең дә ирҙәре һуғышта баш һалған. Өй эсендә ир-ат булмағас, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, ай-һай, бик ауырға тура килә, етмәһә, аслы-туҡлы осор бит инде. Үҙҙәре ашлыҡ өҫтөндә эшләгәс, ваҡыт-ваҡыт ауыҙҙарына бойҙай ҡабып, шуны һағыҙ урынына сәйнәй-сәйнәй бер аҙ тамаҡ туйҙыралар. Улар үҙәк ялғаған мәлдә өйҙә балаларының аслы-туҡлы ултырыуы күңелдәрен өйкәй, әлбиттә.
Бер көндө Бәҙернисаның түҙемлеге бөтә. Нимә булһа ла булыр тип, кило ярым самаһы бойҙай алып ҡайтып, балаларын туйындырмаҡсы була. Өйҙән алып килгән ойоҡҡа бойҙай тултыра ла, ҡайтыр ваҡыт еткәс, уны муйынына мунсаҡтай итеп кейеп ала. Ҙур яулығын яурынына төшөрөңкөрәп ябына. Ә әхирәте ҡурҡағыраҡ булған, күрәһең, иген алмаған. Ҡайтыу яғына сыҡҡан былар. Ярты юлды үткәс, ҡаршыларына уполномоченный тап булмаһынмы! Район үҙәгенән килгеләп йөрөгән Минаев тигән урыҫ икән ул. Ҡатындарҙы туҡтатҡан да: "Подождите, обыск", — тип, ҡырандастан һикереп төшөп, тентей ҙә башлаған.
Миңлекамал, бер нәмә лә алмағас, ҡурҡышынан артҡа уҡ әйләнеп киткән, ти. Ә теге урыҫ Бәҙернисаның муйынынан бойҙай тулы ойоҡ һөйрәп сығарған.
Быларҙың икеһен дә ҡырандасҡа ултыртып, идараға алып килгән теге бәндә. Рәйескә һөйләп: "Бына, әхирәте бар, мин муйынынан сисеп алғанды ул күрҙе", — ти икән. Рәйес: "Йә, Миңлекамал, Бәҙернисаның муйынынан иген тултырылған ойоҡ алғанды күрҙеңме?" — тип һорағас, Миңлекамал оҙаҡ уйлап тормай: "Маяныҡы не видал, моя задом стоял!" — тип яуап ҡайтарған.
Әле лә берәй кешене йә мал-тыуарҙы эҙләгәндә берәйһенән "Күрмәнеңме?" тип һораһаң, "Нет, не видал, моя задом стоял", тип яуаплайҙар.
Р. УСМАНОВА.
Һамар өлкәһе,
Хәсән ауылы.
"Башмаҡтар"
Оҙаҡ йылдар колхозда, һуңынан совхозда механик булып эшләнем. Шулай бер көн район үҙәгендәге "Сельхозтехника"ға запчасҡа барырға булдым. Күрше ауылдан Рамаҙан тигән шофер менән юлға сығырға һөйләштек. Путевка яҙып бирҙем дә: "Бар, заправкаға барып кил, башмаҡ тейәп китәбеҙ", — тинем (алмашҡа тракторҙың иҫке сылбырынан һүтелгән башмаҡтарҙы алып барырға тейешбеҙ).
Конторала башҡа йомош бөтөүгә Рамаҙан әйләнеп тә килде. Минең, әйҙә, башмаҡтарҙы йәһәтләп тейәйек, тиеүгә: "Мин уже алып килдем", — тине ул. Ярты юлды үткәс, тау өҫтөндә: "Башмаҡты ҡарап алайыҡ әле", — тип машинаны туҡтатты (тент аша йөк күренмәй). Мин, йән көйөп: "Нимә булыр тиһең ул тимергә?!" — тип аҡырам. Рамаҙаным, аптырап, миңә тексәйгән.
Баҡтиһәң, ағаһы район үҙәгендәге берәүҙең быҙауын алып ҡарап, башмаҡ булғансы үҫтергәс, алдан уҡ: "Юлың төшкәндә алып барып ташларһың", — тип Рамаҙанға әйтә йөрөгән икән. Ә уныһы, ағаһы мине лә иҫкәртеп ҡуйған икән тип уйлап, шул башмаҡты тейәп алған. Ни эшләйһең, ярты юлдан боролоп булмай — башмаҡты эйәһенә алып барып, үҙебеҙҙең йомоштарҙы теүәлләп, хужала башмаҡты "йыуҙыҡ" та ҡайтып киттек. Юл буйында һөйләшеп көлөшәбеҙ: бер-беребеҙҙе аңламайынса, үҙебеҙ аңра "башмаҡтар" булғанбыҙ бит!
Иршат ИХСАНОВ.
Әбйәлил районы,
Рыҫҡужа ауылы.