Кәңәшмә, семинар…06.09.2013
Юмореска
Район гәзите мөхәррире Мәснәүи Моҡас улы кабинет ишегенә асҡысын тығырға ла өлгөрмәне, эстә телефондың мейегә үтерҙәй әсе итеп сәрелдәгәне ишетелде. Ай, Алла! Таң һарыһынан кемгә нимә кәрәк булды икән? Мөхәррир ишеген шатыр-шотор асты ла трубкаға атылды.
– Бөгөн Мәскәүҙән килгән абруйлы ғалимдар кризис эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса семинар үткәрә. Кемде ебәрәһегеҙ? – тигән тауышҡа етәксе:
– Ғатау Мөслимовты, – тип яуапланы.
Мәснәүи әфәнде инде өҫ-башын сисеп, башындағы өлпәйеп торған бер нисә бөртөк сәсен пеләше урынына рәтләп тарап һалайым тип көҙгөгә баҡҡайны ғына, ҡәһәрең, тағы шылтырау. Ай, әттәгенәһе! Бындай ваҡытта бер секундҡа ла һиҙгерлекте юғалтырға ярамағанын яҡшы аңлаған етәксе йәнә телефонға сапты. Өҫтәгеләр, уларҙың ярандары эштә ултырмай, фәлән дә фәсмәтән тип, әллә ниндәй бәлә яғырҙары көн кеүек асыҡ.
– Бөгөн “Халыҡ яҡшы тормошҡа лайыҡ” тигән кәңәшмә була. Һеҙҙән кем килә?
– Айрат Рәжәпов.
Бынан һуң да бүлмәләге телефон үҙ булмышына хыянат итмәне. Әллә ярты сәғәт, әллә ун биш минут һайын сәрелдәй бирҙе.
– Иң матур бесәйҙәр араһында конкурс уҙа...
– Тырнаҡ үҫтереүселәр буйынса республика бәйгеһе...
– Аҫрамаға бала алған ғаиләләр ярышы...
– Демографик хәлде яҡшыртыу йәһәтенән кәңәш…
Барыһы ла – “мотлаҡ”, “өҫтән ҡуштылар”, “номерға”!
Эш ваҡыты ахырына яҡынлашты. Мөхәррир, ишеген бикләп, асҡысын кеҫәһенә тығам тигәндә генә көнө буйы йәнде алған теге сәрелдәк йәнә лә телгә килде. Мәснәүи Моҡас улы, ишеген аса һалып, трубкаға атылды. Был юлы Ҡытайҙан йәшелсә үҫтерергә өйрәтеүселәр килгән. Кемде ебәрергә? Мөхәррир башын тотто. Бындай “важный”ҙарға кеше ебәрмәй сараң юҡ. Берәйһен “сырывать” иттеңме, дәүләт талабын һанламай тип, әллә ниндәй яманат тағып, арт яғыңа шап иттереп тибеүҙәрен көт тә тор. Бер хеҙмәткәре лә ҡалмағанлыҡтан, был сараға Мәснәүи Моҡас улы үҙе китте.