Йыр-моңдо юлдаш иткән ғүмер19.11.2011
Менгән атым, һай, тимер күк,
Эйәрләп үк ҡуйҙым эңерҙүк.
Ат эйәрләп ҡыуып етеп булмай
Үтеп кенә барған ғүмерҙүк.
(Ж.Ғ. Кейекбаевтың йырлауынан).
1965 йыл. Мәктәп директоры булып эшләгән саҡ. Иртәнсәк мәктәп ихатаһына сығыуым булды, боронғо башҡорт йыры ҡолағыма салынды. Таныш көй, Жәлил Кейекбаевтың дуҫы, уҡытыусы Вәли Хисамов ағайҙың бик тә моңло итеп йырлағанын тыңлағаным бар ине. “Һанаҡа” йыры ишетелә. Баҡһам, уны Жәлил ағай йырлай икән.
Ҡараһам, ул эйәрһеҙ ат өҫтөндә ултырып йырлап килә, яланбаш, сәстәрен ел туҙғыта, костюмының төймәләрен дә элмәгән.
— Бына, мырҙам, тыуған еремдең гүзәллегенә һоҡланып килә торғас, үҙем дә һиҙмәҫтән, көйләп ебәргәнмен, — тине ул, мине күргәс.
Бик тә матур, йылы, ел дә иҫмәй, һил саҡ ине шул, ҡояш та яңы ғына күтәрелгән.
Уның тыуған ауылы Ҡаранйылғала йыр-моңға әүәҫтәр күп. Әммә улар ҙа Жәлил ағайҙың тыуған яҡ моңдарын бик тә саф, үтә моңло, оҫта һәм ихлас йырлауына һоҡланып, һағынып иҫкә алалар.
Һуңғы мәртәбә уның йырҙары беҙҙең районда 1967 йылдың майында яңғырай. Жәлил Ғиниәт улы Башҡортостан яҙыусылары делегацияһы составында хужалыҡтар эшсәндәре менән осрашыуға килә. Ҡәҙерле ҡунаҡтар хөрмәтенә район үҙәге янындағы урман ситендә байрам ойошторола. Жәлил ағай уйын-бәйгенең уртаһында була. Ул гармунда йә мандолинала уйнап, халыҡ көйҙәрен күңелдәрҙе тетрәндерерлек итеп башҡарып, дәртле бейеү көйҙәренә яҡташтарын бейетеп кинәндерә.
Күренекле тюрколог, профессор М.З. Зәкиев Жәлил Кейекбаев тураһында “Дәртле йыр” китабында: “Башҡортостан тураһында һүҙ сыҡҡанда, уны телгә алалар, уның дуҫ-иштәре менән күңелле генә гәпләшеп ултырғанда яңғырауыҡлы көмөш тауыш менән көслө итеп халыҡ көйҙәрен һуҙып ебәреүен иҫкә төшөрәләр. Ул йырлаһа, Башҡортостан далаларының киңлеген, Урал тауҙарының мөһабәт бейеклеген, башҡорт халҡының рухи бөйөклөгөн тел менән һөйләп тораһы ҡалмай. Барыһы ла шул йырға һалынған була”, тип яҙыуында ла әйтеп бөтөргөһөҙ баһа сағыла.
Йырҙы-моңдо юлдаш иткән, туған халҡына тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө булған был ғүмер халыҡ үҙе ижад иткән йырҙар шикелле үлемһеҙ. Ә улар инде уның бай, сағыу тормош һәм ижад юлында ғалим өсөн илһам, рухи дәрт биреүсе көс сығанағы булып хеҙмәт итте.
Ғиндулла ШӘЙӘХМӘТОВ.


Вернуться назад