Афарин, Айгиз!04.09.2013
Ҙур бер төркөм яҙыусылар, Башҡортостандың байтаҡ ерҙәрен үтеп, Силәбе өлкәһендәге Арҡайымға барып етеп, тәбиғәттән хозурланып, ҡайтып килә инек. Белорет районына килеп сыҡҡас, урманлы, ҡырлас ҡаялы тауҙар иңендәге юлдан байтаҡ саҡрымдар артта ҡалғас, берәүебеҙ әллә ни күреп, мәртәбә һымаҡ итеп, ҡысҡырып әйтте:
— Ҡарағыҙ, анауында — Айгиздең Сермәне!

Барыбыҙ ҙа тиерлек тәҙрәгә өңөлдөк, күренмәгән көйө лә Сермәнгә төбәлдек. Кем ул Айгиз тип һораусы булманы. Беләбеҙ инде, һүҙ — Айгиз Баймөхәмәтов хаҡында. Ул — йәш яҙыусы, "Ҡалдырма, әсәй!" тигән повесы менән әҙәби мөхиттә үҙ кеше булды ла ҡуйҙы. Был һирәк осрай торған хәл. Рәшит Назаров менән шулай булғайны. Талант бар икән — баштан уҡ күренә. Ысынлап та, Айгиздең был, һис тә арттырыу юҡ, тетрәткес әҫәре яҙыусылар алдында ла, уҡыусылар араһында ла ҙур өмөттәр бағлатып, рәхмәтле хаттар яуҙыртып танытты уны.
Элегерәкке ошоға оҡшаш тағы бер миҫал. Белорет районынан — Иҙел башынан Яныбай ағай Хамматов менән дә шулай килеп сыҡты бит. Ул Айгиз һымаҡ Сермәндә балалар йортонда йәне сағылмауы менән генә айырмалы. Тәүге әҫәре — "Бөртөкләп йыйыла алтын"ы ниндәй яңғыраш алды! Ошо оҡшаш яҡтар ниндәйҙер символикаға тартым.
Яҙыусылар союзы идараһында Шәйехзада Бабич исемендәге премияға бер нисә йәш әҙип тәҡдим ителгәс, барыбыҙ ҙа бер фекерҙе ҡеүәтләнек — Айгиз Баймөхәмәтовты, уның "Ҡалдырма, әсәй!" повесын. Бер ул ғына берҙәм күтәреп алынды. Бүтәндәр хаҡында өндәшеүсе булманы. Был да һирәк була торған хәл.
Беҙ, тормошто — әҙәбиәткә, әҙәбиәтте — тормошҡа, тибеҙ. Айгиз үҙенең әҫәре менән тап шуға иреште. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тигәндәре был юлы осмот та тап килмәне. Күрәһең, эске әҙерлеге төплөлөр. Шунса һынауҙарҙы үткән бит — рухи сымырылыҡты ла, сослоҡто ла әйтмәй булмай. Прозабыҙға тормоштан, яҙмыштан ошондай йәштәрҙең килеүе үҙе бер һөйөнөс.
Беҙ тәнҡитсел реализм тигән төшөнсәне хәҙер һирәк ҡулланабыҙ. Ә бит классиканың да, хәҙерге әҙәбиәттең дә ҡаҙаныштары урыҫта ла, татарҙа ла, беҙҙә лә тап уға бәйле. Тап ошо метод ысынбарлыҡты аса, тап ул аңға һәм зауыҡҡа ныҡ йоғонто яһай. Айгиз — ошо юлда. Шулай башлауы хәйерле.
Әҫәренең йөкмәткеһенән, темаһынан сығыпмы, ниндәйҙер ауаздашлыҡ табыпмы, Максим Горький иҫкә төшә. Уның, ихтимал, иң тәьҫирле "Бала саҡ", "Ялсылыҡта", "Минең университеттарым" тигән автобиографик әҫәрҙәре нисек тә арбап алғайны үҫмер сағымда. Һуғыштан һуңғы етем-еһергә моңдаш булғандыр инде улар. Тормошҡа аңдың асыла башлауы, кеше булырға тигән өмөттәрҙең ҡуҙғыуы минең үҙем өсөн шундай китаптарға ла бәйлелер, моғайын. Айгиз тураһында, уның китабы хаҡында бер кәлимә һүҙ әйткәндә юҡҡа ғына иҫкә төшмәйҙер былар. Әлбиттә, әҫәрҙәге үҫмерҙең — Ильяс Мөхәмәтовтың үҙ үкһеҙлеге, үҙ өлгәштәре. Әммә йәш әҙиптең тәүҙән үк ошолай башлауы, уның уҙынмаҫтай ҙа, илтифатлы ла егет икәнен белгәнгә күрә, һоҡланырлыҡ.
Горькийҙы әйткәс, ҙурҙан сағыштыраһың, тиер, бәлки, кемдер. Ә ниңә, тауға ҡарап тау булып булмай тип кенә йәшәргәме ни?! Тауҙарҙа булһын ҡараштар! Планканы тәүҙән үк, һаман-һаман юғары ҡуйыу кәрәктер. Зәйнәб Биишева ла бит "Кәмһетелгәндәр"ҙән шулай күтәрелгән "Яҡтыға".
Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы Башҡортостан тарафтарында билдәлелек яуланы. Ул ыҡсым итеп, фәһем менән һүрәтләп, тәбиғи тел менән, ылыҡтырғыс стилдә яҙылған. Уҡығандар белә, белмәгәндәр уҡыр — темаһы, йөкмәткеһе, идеалға әйҙәр идеяһы — хәҡиҡәт хәнйәреләй.
Афарин, Айгиз! Һиндәй ҙә маҡсатлы, игелекле, изгелеккә сарсаулы йәш йөрәккә дәүләт кимәлендә лә ҡанат ҡуйыу бик тә фарыз, бик тә хәләл. Ышанам, ҡәләмеңдән күп тапҡырҙар етәсәк әле халҡыңа сәләмең.


Вернуться назад